Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь , 09:12

Янғында ете кеше һәләк булған

Уның бишәүһе - балалар

Янғында ете кеше һәләк булған
Янғында ете кеше һәләк булған

Бөгөн төндә Стәрлетамаҡ районының Матвеевка ауылында Йәштәр урамында ике фатирлы кирбес йортта янғын сыҡҡан. Был турала хәбәр янғын һүндереүселәргә таңғы алтынсы яртылар тирәһендә килгән. 

Ваҡиға урынына тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Спас Чуртан үҙәге, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр юлланған.

Был янғындың һөҙөмтәһе үтә аяныслы, урында ете кешенең кәүҙәһе табылған. Уларҙың икәүһе өлкәндәр – ҡатын-ҡыҙ менән менән ир-ат, һәм бишәүһе – балалар. Балаларҙың бөтәһе лә малайҙар булыуы билдәле.

Урынға баш идаралыҡ етәксеһе Марат Латипов етәкселегендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәкселеге юлланған.

Янғын сәбәптәре асыҡлана, тәфтиш-оператив төркөм, һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй.

Һәләкәтте бөтөрөүгә 62 кеше һәм 25 берәмек техника йәлеп ителгән. Шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан – 24 кеше һәм ете берәмек техника.

 

 

Автор:
Читайте нас в