+24 °С
Ямғыр
Ауыл халҡы бында берҙәм, татыу. Һәр изге башланғысты дәррәү күтәреп алырға әҙер генә торалар. Ошо көндәрҙә улар зыярат кәртәләүен алмаштырыу өмәһенә сыҡты. Эшселәргә ҡатын-ҡыҙҙар тәмле аш-һыу әҙерләп, мул табын ҡорҙо. Ябай ғына эштән дә йәм таба хоҙайбирҙиндар.
Күмәкләгән -яу ҡайтарған тигәндәй, көн һыуыҡ һәм ямғырлы булһа ла, эштәре ыраны.
Фотолар ауыл төркөмөнән алынды.