Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноябрь 2022, 03:55

Дошман техникаһын юҡ иткән өсөн яугирҙәргә тейешле түләүҙәрҙең суммаһы билдәләнде

Рәсәйҙең Оборона министрлығы дошман техникаһын юҡ иткән йәки алып ҡасҡан өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә тейешле түләүҙәрҙең суммаһын билдәләне.

Дошман техникаһын юҡ иткән өсөн яугирҙәргә тейешле түләүҙәрҙең суммаһы билдәләндеДошман техникаһын юҡ иткән өсөн яугирҙәргә тейешле түләүҙәрҙең суммаһы билдәләнде
Дошман техникаһын юҡ иткән өсөн яугирҙәргә тейешле түләүҙәрҙең суммаһы билдәләнде

Был хаҡта ведомствоға һылтанма менән «Звезда» ТВ-каналы хәбәр итте.

Әйтәйек, танк өсөн 100 мең һум аҡса түләнә, вертолет — 200 мең һум, самолет — 300 мең һум. Дошмандың тере көсөн юҡ иткән өсөн 100 мең һум түләү ҡаралған.

Бынан тыш, дошмандың пилотһыҙ осоу аппаратын, БМП, БТР, БМД, МТ-ЛБ, САУ, С-300, «Бук», «Тор», «Оса» йәки РСЗО-ның хәрби машинаһын юҡ иткән йәки алып ҡасҡан һалдаттарға 50 мең һум түләнергә тейеш, тип белдерҙеләр Рәсәйҙең Оборона министрлығында.

Автор:
Читайте нас