"...Мине һәр ваҡыт әҙәм балаһының эске донъяһы ҡыҙыҡһындыра. Уның кем булыуы һәм ҡайҙа эшләүе, нисек йәшәүе, матди хәле лә мөһим түгел, уның тормошҡа ҡарашы, фекерләү даирәһенең киңлеге ылыҡтыра. Башҡалар артыҡ һанға һуҡмаған, сикәнеп ҡараған кешеләр менән дә ихлас әңгәмә ҡора, уның күңел донъяһын байҡай, үҙем өсөн ниндәйҙер асыш яһай алам, эскелек юлына баҫҡандарҙан, тормошта ниндәйҙер хаталар яһағандарҙан да йөҙ борорға ашыҡмайым, уларҙы был хәлгә этәргән сәбәпте эҙләйем һәм хис-тойғоларын аңларға тырышам..."
Фото - шәхси архивтан.