Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноябрь 2022, 04:37

Балаҫ һуғыу серҙәре

 Исем ауылы ағинәйе Нәжиә апай Ишкилдинанан балаҫ һуғыу тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белдек.  Баҡтиһәң, уның да ырым-ышаныуҙарға бәйле нескәлектәре бар икән.

Балаҫ һуғыу серҙәреБалаҫ һуғыу серҙәре
Балаҫ һуғыу серҙәре

 Балаҫ һуға башлағанда өйгә кем килеп инә, шунан һынайҙар: килә ятҡанда кем осраны, ыңғай кешеме, юҡмы, шулайыраҡ һорауҙар биреп, эштең аҙағы нисек булыуын күҙаллайҙар. Килеп ингән кеше тик ыңғай ғына яуап бирһә, тимәк, эш тә ырай.

 Балаҫ өсөн йөн ептәрҙе лә тәҙрәләрҙе ябып, бер кем дә күрмәгәндә, бер кем дә йөрөмәгәндә генә киҫәләр. Юғиһә, ышаныуҙар буйынса кеше ғүмерен киҫелеп ҡуйыуы ихтимал, имеш.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас