

Ауыл клубы бәләкәй һәм иҫке генә булһа ла, сәлихтар нисектер ҡот ҡундырған, нур уйнап торғандай был мәҙәниәт усағында. “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында ҡатнашҡанда эшләп ҡуйған этник мөйөштәре лә дан: ниндәй сара үткәрһәләр ҙә, сәхнә күркәм өй мөйөшө һымаҡ итеп биҙәлгән.
Ҡунаҡтарҙы шау-гөр килеп сәлихтар ауыл осонда ҡаршыланы. Гармунсылар дәртле бейеү көйҙәрен уйнап, халыҡты бейетеп, сараның матур үтәсәгенә орлоҡ һалып ҡуйҙы. Ҡайһы берәүҙәр был ауылды тәүгә күрә. Бәләкәй генә булһа ла, төҙөк, күркәм йорттары менән балҡып ултырған ауылға һоҡланмайса булмай. Конкурста икенсе урын яулап алған 2 млн 500 меңлек сертификатты файҙаланып, ауыл урамдарына асфальт түшәткәндәр.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса төҙөп ултыртҡан балалар майҙансығы ла ауылдың киләсәкле булыуына ишаралай. “Йәй буйы тауыш тынманы, гөрләп торҙо. Ауыл балалары ла, өләсәй-ҡәртәсәйҙәренә ялға ҡайтҡан балаларға ла дан булды. Ҡар яуғас та, ошонда сығып ҡар бабай яһап ултырҡайнылар әле”, - ти инәйҙәр.
Тулы мәҡәлә район гәзитендә донъя күрер.
Автор фотолары.