Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
14 Ноябрь 2022, 13:04

Үҙ ерен нурлап йәшәүсе уңғандар

Белеүегеҙсә, Бикбулат ауылы уңғандары – ғүмер йомғағын илле йылға яҡын бергә-бергә татыу һүтеүсе Рәмзиә менән Зәйнәғәбтдин Баймырҙиндарҙың ихатаһында бөгөн ҡаҙ өмәһе гөрләне.  Төбәкте нурлап, егәрлеге менән йәштәргә өлгө булып йәшәүсе күркәм ғаилә тураһында айырып яҙып үтмәһәк, яҙыҡ булыр кеүек.  Рәмзиә Шәрифулла ҡыҙы тыумышы менән Күгәрсен районы картаһынан күптән юҡҡа сыҡҡан Имән-йорт ауылынан. Алтын көҙҙәрҙә тыуғанғалыр ҙа, ифрат йомарт күңелле, ҡунаҡсыл ул. Елдереп йөрөүенә ҡараһаң, уға һис тә 67 йәш бирмәҫһең...

Үҙ ерен нурлап йәшәүсе уңғандарҮҙ ерен нурлап йәшәүсе уңғандар
Үҙ ерен нурлап йәшәүсе уңғандар

 Бик иртә атай наҙынан мәхрүм ҡалып, үҫмер сағынан әсәһенә терәк булып, ауыр эшкә өйрәнеп буй еткерә ул. Уҡыуға әүәҫ булһа ла, юғары белем алырға мөмкинлеге булмай. 1974 йылда йәненә яҡын Бикбулат ауылына килен булып төшә. Зәйнәғәбтдин Сәйфетдин улы менән ҡауышҡас, тәүге ун йылда тормош юлдашының ата-әсәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында татыу ғүмер итә. Ә 1983 йылда үҙҙәренә башҡа йорт һалып сыға Баймырҙиндар. Рәмзиә Шәрифулла ҡыҙы һауынсы һөнәрен дә үҙ елкәһендә татый, “КБО”ла, хаҡлы ялға сыҡҡансы 11 йыл Урал ауыл советында эштәргә идара итеүсе вазифаһын намыҫ менән башҡара. Тормош иптәше лә эшкә бөтмөр була – тракторист, көтөүсе булып эшләй. Олпат йәшкә баҫҡас та, һаман да ғүмер көҙҙәренә бирешмәйенсә, дәрт-ялҡынлы йөрәк, сәм менән донъя көтә – баҡса үҫтерә, ишле мал, көтөү-көтөү ҡаҙ, күркә аҫрай уңғандар. Рәмзиә апай ҡул эштәренә лә, бешеренергә лә оҫта.

 Булдыҡлы Баймырҙиндарҙың балалары ла – Гүзәл, Диләрә, Радик бәләкәстән эшкә өйрәнеп, һәр нәмәгә әүәҫ булып үҫә. Һәр ҡайһыһы һөнәрле, ғаиләле. Әйткәндәй, әсәһенә оҡшап ҡунаҡсыллығы менән хайран иткән өлкән ҡыҙҙары Гүзәл һәм һөйөклө килендәре ҡаҙ өмәһенән дә ситтә ҡалманы. Ҡунаҡтарҙы, аҙаҡ өмәселәрҙе милли ризыҡтарҙан һығылып торған бай табынға әйҙүкләп, самауыр сәйе, тәмле былау менән һыйланы.

 Гөрләп үтеп, Бикбулат ауылының егәрле ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән ҡаҙ өмәһенән һуң Баймырҙиндарҙың нурлы йорт-ҡураларына тағы ла бәрәкәт өҫтәлһен, ҡот яуһын, бәхет-ҡыуаныстар ишелһен!    

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас