

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан доброволецтарға ветеран статусы бирелә.
Рәсәй Дәүләт Думаһында “Ветерандар тураһында” закон проектына үҙгәрештәр беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Проект буйынса, хәрби операцияла үҙ теләге менән ҡатнашыусылар хәрби бәрелештәр ветеранына тиңләнә.
“Был ғәҙел ҡарар. Доброволецтар һәм уларҙың ғаиләләре, Рәсәйҙәге башҡа хәрбиҙәр кеүек үк, закон билдәләгән льгота һәм социаль ярҙам төрҙәре менән файҙалана аласаҡ”, - тип белдерҙе парламент рәйесе Вячеслав Володин. Закон донъя күргәндән һуң көсөнә инә.