Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2022, 11:06

Зөфәр Киленбаев

Үҙенең ғүмерен тынғыһыҙ полиция хеҙмәтенә бағышлаусылар араһында Әлмәс ауылы егете Зөфәр Киленбаев та бар. Көслө рухлы, тәүәккәл булыуҙы талап иткән был өлкәлә үҙ эшен 2013 йылда башлаған ир-егет инспектор-кинолог булып хеҙмәт итә.  Үҙе яуаплы булған “Беллис” һәм”Наоми” исемле эттәре менән тикшереү-оператив төркөм составында төрлө хәл-ваҡиғаларға сыға, хәүефле урындарҙы тикшерә, енәйәтселәрҙе тоторға ярҙам итә.  Тырыш һәм ҡыйыу егет хеҙмәт итеүҙән тыш, үҙенең тоғро ярҙамсылары менән төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға ла өлгөрә. Быйыл ул Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһында үткән кинологтар күпбәйгеһендә Рәсәй буйынса 6-сы урын яулаһа, Башҡортостан буйынса 1-се урынға лайыҡ була.    

Зөфәр КиленбаевЗөфәр Киленбаев
Зөфәр Киленбаев

Үҙенең ғүмерен тынғыһыҙ полиция хеҙмәтенә бағышлаусылар араһында Әлмәс ауылы егете Зөфәр Киленбаев та бар. Көслө рухлы, тәүәккәл булыуҙы талап иткән был өлкәлә үҙ эшен 2013 йылда башлаған ир-егет инспектор-кинолог булып хеҙмәт итә.  Үҙе яуаплы булған “Беллис” һәм”Наоми” исемле эттәре менән тикшереү-оператив төркөм составында төрлө хәл-ваҡиғаларға сыға, хәүефле урындарҙы тикшерә, енәйәтселәрҙе тоторға ярҙам итә. 

Тырыш һәм ҡыйыу егет хеҙмәт итеүҙән тыш, үҙенең тоғро ярҙамсылары менән төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға ла өлгөрә. Быйыл ул Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһында үткән кинологтар күпбәйгеһендә Рәсәй буйынса 6-сы урын яулаһа, Башҡортостан буйынса 1-се урынға лайыҡ була.  

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас