Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2022, 07:57

Һәр яҡлап һәләтле, таһыллы ир аҫылы

Ҡасандыр район ғына түгел, Өфө сәхнәһендә балҡып, һандуғастай тауышы менән тамашасы һөйөүен яулаған Үрге Сирбай ауылының аҫыл егете - Нәғим Шәриповты күптәрегеҙ яҡшы хәтерләй һәм беләлер.  Әммә бөгөн һүҙем сәхнә йондоҙо тураһында түгел, ә үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡарыусы полиция хеҙмәткәре хаҡында. Эйе, эйе! Бик күп йыр бәйгеләренең еңеүсеһе, еңел атлетика буйынса спорт кандидаты, күп яҡлы талант эйәһенең урындағы эске эштәр бүлегендә участка упономоченныйы булып эшләүенә тиҙҙән ике йыл тула. - Спорт һәм йыр минең өсөн яратҡан шөғөл генә, ә тормош өсөн етдиерәк, ысын ир-аттар һөнәрен һайлағым килде. Ауыр булһа ла, мауыҡтырғыс минең эшем. Халыҡ менән аралашырға, кешеләргә ярҙам итергә яратам, - ти ул ихлас күңелдән.

Һәр яҡлап һәләтле, таһыллы ир аҫылыҺәр яҡлап һәләтле, таһыллы ир аҫылы
Һәр яҡлап һәләтле, таһыллы ир аҫылы

 Ҙур бәйгеләрҙә милли көрәштә бил бирмәҫ батырҙар әҙерләүсе, йәш быуынды спортҡа, һау-сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүгә тос өлөш индереүсе атаһы Айрат Әхәт улы һәм алсаҡ күңелле, эшкә бөтмөр әсәһе Лилиә Хәйҙәр ҡыҙы тәрбиәһендә Нәғим дә бәләкәстән ныҡышмал, таһыл, йырға, спортҡа әүәҫ булып үҫә. Тыуған ауылы мәктәбендә уҡыған сағында атаһы алып барған көрәш секцияһында шөғөлләнә, Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов, артабан Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатта белем эстәгән мәлендә бокс түңәрәгенә лә йөрөй. Өфө дәүләт аграр университетында уҡығанда спорт ярыштарында ла, республика кимәлендә үткән йыр бәйгеләрендә лә алдынғылыҡты бирмәй. Армия хеҙмәтен Мәскәү янында элиталы ғәскәрҙәрҙә үтәп ҡайтҡас, район Эске эштәр бүлегендә хеҙмәт юлын башлай. Тиҙ арала үҙ һөнәрен  һайлауына инана, коллегаларының, етәкселектең, халыҡтың ихтирамын яулап өлгөрә.

 Участка уполномоченныйҙарының хеҙмәтен ябай һүҙҙәр менән генә килештереп яҙып бөтөүе лә мөмкин түгел. Үҙҙәренә беркетелгән участкала, районда тәртип һәм именлек булһын өсөн тырышалар. Йөҙгә ярылһа ярыла, һәр нимәгә өлгөрә улар.

 Нәғим Айрат улы ла үҙенә беркетелгән Теләүембәт, Чапаев, Исем, Мәҡсүт, Күгәрсен, Санъяп ауыл биләмәләренә ҡараған участкаларҙағы тәртип, унда йәшәүсе ун меңдән артыҡ халыҡтың именлеге өсөн яуап бирә. Тау-тау бурыстар атҡарһа ла, булдыҡлы ғаиләлә үҫкән егет һис арыуҙы белмәй. Төпсән ауылында тыуған ваҡиғаның бәлә-ҡазаһыҙ хәл ителеүенә үҙ өлөшөн индергәне өсөн ул күптән түгел Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Хоҙайҙан бирелгән һәләте лә ҡамасау итмәй – эске эштәр бүлектәре араһында төбәк-ара һәм республика кимәлендә уҙған спорт, үҙешмәкәр сәнғәт буйынса бәйгеләрҙә призлы урындар алып, районыбыҙ исемен ғорур яҡлап өлгөргән.

 Һөйөклө ир, хәстәрлекле атай ҙа ул Нәғим. Икенсе яртыһы Фаягөл Ҡуҙашева менән тәрбиәләгән “нур йомғағы” – улдары Нурланға йәш тә өс ай ғына булған әле.

 Эшкә, тормошҡа сәме, күп яҡлы таланты менән арбаусы ир аҫылының, намыҫлы полиция хеҙмәткәренең юлдары гел уң булһын!

 Тулыраҡ мәғлүмәтте баҫмабыҙҙың бөгөнгө һанында уҡый алаһығыҙ.

    

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас