

Элгәре ҡәрсәйҙәр, апай-инәйҙәр көтөү-көтөү ҡаҙ аҫрап, ергә ап-аҡ ҡар ятыу менән бер-береһен өмәгә ҡаҙ йолҡошорға саҡырыр ине. Беҙгә, бәләкәстәргә лә, эш етәрлек була торғайны. Ҡаҙ тәпәйен, башын тырышып-тырмашып таҙартып, уның өсөн өлкәндәрҙән “маладис” һүҙен ишетеп түбәләрҙең күккә тейгәне бөгөнгөләй хәтерҙә.
Дөрөҫ, был эшкә хәҙер кескәйҙәрҙе бик йәлеп итмәйҙәр. Шулай ҙа ҡаҙ өмәләре элеккесә шау-гөр үтеп, күрше-күләндәрҙе, туған-тыумаса, ауыл кешеләрен берләштерә һәм күмәк эштең ырамлы булыуын иҫбатлап тора.