

Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығының һәм “Йылылыҡ селтәре” предприятиеһының техникаһы был көндө Мораҡ ауылының Төньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан элекке баҙар майҙанында рәт-рәт булып теҙелде. Нәҡ ошо машина-тракторҙар тораҡ пункттарҙағы юлдарҙы, муниципаль һәм республика әһәмиәтендәге трассаларҙы ҡарҙан таҙартыуға йәлеп ителәсәк.
Марат Сәлим улы һәм уның йәшәйеш менән тәьмин итеү, төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, транспорт һәм элемтә буйынса урынбаҫары Валерий Павлов, шулай уҡ төрлө ведомство етәкселәре тракторсылар менән аралашты, проблемаларҙы асыҡланы.
Эшсе төркөм билдәләүенсә, техникалар яҡшы торошта, ҡышҡылыҡҡа тулыһынса әҙер.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотоһы.