Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2022, 06:43

Рәхмәт белдерәбеҙ

Ҡәҙерле атайыбыҙ Яҡупов Мөхәмәт Ғәйепйән улы ни тиклем түҙемле һәм көслө булһа ла, биреште... 28 октябрҙә мәңгелек йортона күсте. Уның арабыҙҙан китеүен йөрәк һис тә ҡабул итмәй...  Атайыбыҙ  “Октябрь” колхозында, “Исем” совхозында водитель, механизатор булып тырышып эшләне, алдынғы комбайнсылар рәтендә булды. Бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты булып һайланды. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 79 йәшенә тиклем Яңауыл мәсетендә имам-хатип вазифаһын башҡарҙы. 2016 йылда уға Диниә назараты тарафынан “Почетлы имам” исеме бирелде.  Атайыбыҙҙы мәсеттәре булмаған яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә ололап аят уҡырға саҡыра торғайнылар. Шуға уны ауылдаштары ғына түгел, бөтә яҡын-тирә ауылдар халҡы ихтирам итте.  Ул шул тиклем тормошто яратты, йәшәргә тырышты.  Атайым ауырып киткәс, Йәнбәтов Ринат Фәрих улы, Ибраһимов Ринат Ғәфүр улы, Аллабирҙин Хөсәйен Әхмәт улы, Люциә һәм Өлфәт Яҡуповтар, Фәүжәт Ибәтуллин уның һауығыуын теләп, даими хәл белешеп торҙолар. Атайыбыҙҙы дауалаусы, яҡшы һүҙе, матур мөнәсәбәте менән уға көс биреүсе изге күңелле табиптар Сәйфуллин Илдар Зәкәриә улы, Шәрипов Искәндәр Фәнил улына ҙур рәхмәт.  Беҙҙең ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашып, ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатырҙа ярҙам иткән район мәғариф бүлеге начальнигы Әхмәтйәнов Рәсүл Радик улына, уның ярҙамсыһы Мырҙабаев Рәфҡәт Әхәт улына, Йәнбәтов Ринат Фәрих улына, Ишкинин Абдрахман Хөснөтдин улына, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Айытов Дамир Таһир улына, профсоюз комитеты рәйесе Әбдрәхимов Таһир Мәхиән улына, райондың имам-мөхтәсибе, ахун Янбаев Рәсүл Ғилметдин улына, Яңауыл мәсете имам-хатибы Буранбаев Рәүеф Рәжәп улына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашыусы Бикес ауылы имам-хатибы Әхмәтов Венер Рәшит улына, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең район профсоюз ойошмаһына, Сирбай мәктәбе коллективына рәхмәт. Әлбиттә, атайыбыҙҙы ерләүҙә ҡатнашыусы ҡәҙерле ауылдаштарыбыҙға – Яңауыл ауылы халҡына, күрше ауылдан килеүселәргә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.  Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, яҡын кешеләрегеҙ һәр ваҡыт янығыҙҙа булыуын теләйбеҙ. Ҡәҙерле кешебеҙҙе белеүселәр уны тик яҡшы яҡтан, изге доғалар менән иҫкә алһын ине. Уның тураһындағы яҡты иҫтәлектәр балалары, ейән-ейәнсәрҙәре күңелендә мәңге һаҡланыр.  Октябрь һине ергә бүләк иткән, атай,  Октябрь айы китте алып та.  Юҡһынабыҙ һине, хуш, бәхил бул.  Урындарың булһын ожмахта.  Тәрән ихтирам менән барлыҡ балалары, туған-тыумасылары исеменән улы Радмир Яҡупов.

Рәхмәт белдерәбеҙРәхмәт белдерәбеҙ
Рәхмәт белдерәбеҙ

Ҡәҙерле атайыбыҙ Яҡупов Мөхәмәт Ғәйепйән улы ни тиклем түҙемле һәм көслө булһа ла, биреште... 28 октябрҙә мәңгелек йортона күсте. Уның арабыҙҙан китеүен йөрәк һис тә ҡабул итмәй...

 Атайыбыҙ  “Октябрь” колхозында, “Исем” совхозында водитель, механизатор булып тырышып эшләне, алдынғы комбайнсылар рәтендә булды. Бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты булып һайланды. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 79 йәшенә тиклем Яңауыл мәсетендә имам-хатип вазифаһын башҡарҙы. 2016 йылда уға Диниә назараты тарафынан “Почетлы имам” исеме бирелде.  Атайыбыҙҙы мәсеттәре булмаған яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә ололап аят уҡырға саҡыра торғайнылар. Шуға уны ауылдаштары ғына түгел, бөтә яҡын-тирә ауылдар халҡы ихтирам итте.

 Ул шул тиклем тормошто яратты, йәшәргә тырышты.

 Атайым ауырып киткәс, Йәнбәтов Ринат Фәрих улы, Ибраһимов Ринат Ғәфүр улы, Аллабирҙин Хөсәйен Әхмәт улы, Люциә һәм Өлфәт Яҡуповтар, Фәүжәт Ибәтуллин уның һауығыуын теләп, даими хәл белешеп торҙолар. Атайыбыҙҙы дауалаусы, яҡшы һүҙе, матур мөнәсәбәте менән уға көс биреүсе изге күңелле табиптар Сәйфуллин Илдар Зәкәриә улы, Шәрипов Искәндәр Фәнил улына ҙур рәхмәт.

 Беҙҙең ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашып, ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатырҙа ярҙам иткән район мәғариф бүлеге начальнигы Әхмәтйәнов Рәсүл Радик улына, уның ярҙамсыһы Мырҙабаев Рәфҡәт Әхәт улына, Йәнбәтов Ринат Фәрих улына, Ишкинин Абдрахман Хөснөтдин улына, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Айытов Дамир Таһир улына, профсоюз комитеты рәйесе Әбдрәхимов Таһир Мәхиән улына, райондың имам-мөхтәсибе, ахун Янбаев Рәсүл Ғилметдин улына, Яңауыл мәсете имам-хатибы Буранбаев Рәүеф Рәжәп улына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашыусы Бикес ауылы имам-хатибы Әхмәтов Венер Рәшит улына, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең район профсоюз ойошмаһына, Сирбай мәктәбе коллективына рәхмәт. Әлбиттә, атайыбыҙҙы ерләүҙә ҡатнашыусы ҡәҙерле ауылдаштарыбыҙға – Яңауыл ауылы халҡына, күрше ауылдан килеүселәргә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

 Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, яҡын кешеләрегеҙ һәр ваҡыт янығыҙҙа булыуын теләйбеҙ. Ҡәҙерле кешебеҙҙе белеүселәр уны тик яҡшы яҡтан, изге доғалар менән иҫкә алһын ине. Уның тураһындағы яҡты иҫтәлектәр балалары, ейән-ейәнсәрҙәре күңелендә мәңге һаҡланыр.

 Октябрь һине ергә бүләк иткән, атай,

 Октябрь айы китте алып та.

 Юҡһынабыҙ һине, хуш, бәхил бул.

 Урындарың булһын ожмахта.

 Тәрән ихтирам менән барлыҡ балалары, туған-тыумасылары исеменән улы Радмир Яҡупов.

Автор:
Читайте нас