

Орсоҡ кеүек бер тик тормаҫ, кешеләргә ярҙамсыл Артурға ҡарап уның ниндәйерәк ғаиләлә үҫкәнен тойомлау ауыр түгел. Әсәһе Гөлфиә Камил ҡыҙы Күгәрсен ауылынан. Тиҫтә йыллап район үҙәгендәге элекке татар мәктәбендә ашнаҡсы була, артабан эшен сауҙа өлкәһендә дауам итә. Әлеге ваҡытта ла һатыусы һөнәренә тоғро ҡала; намыҫлы, алсаҡ йөҙлө булғанға күрә ҡулланыусылар үҙен ихтирам итә. Атаһы Альберт Фоат улы тыумышы менән Бөрө яғынан. Күгәрсен ҡыҙы менән яҙмышын бәйләп, бер аҙ Благовещен ҡалаһында йәшәгәс, артабан ғүмерлеккә Мораҡ ауылын төйәк итә ул. Урындағы нефть ҡыуҙырыу станцияһында оҙаҡ йылдар слесарь эшен намыҫ менән атҡара.
Ата-әсәһе район үҙәгенә ҡайтып төпләнгәндә Артурға 8 йәш була. Өс бала тәрбиәләнгән ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, бәләкәстән тырыш, ныҡышмал булып үҫә. Уҡыуға ла, спортҡа ла әүәҫ үҫмер Мораҡ 1-се урта мәктәбендә 9-сы класты гел “5”-кә тамамлай. Ата-әсәһенең “Егеттәргә ысын ир-егет һөнәре кәрәк” тигән кәңәшен тыңлап, Салауат индустриаль колледжының нефть һәм газ эшкәртеү факультетына уҡырға инә. Биш йыл уҡыған дәүерендә лә, һуңыраҡ хеҙмәт юлын башлағас та ошо юлды һайлауына һис үкенергә тура килмәй уға. Ватан алдындағы изге бурысын ракета ғәскәрҙәрендә үтәп ҡайтҡас, 2010 йылда урындағы “Газ-сервис” йәмғиәтенә (хәҙер “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте филиалы) эшкә сыға. Ике йыл слесарь булараҡ тәжрибә туплап, артабан алты йыл авария хеҙмәте диспетчеры булып эшләй.
Ә 2018 йылдан башлап ул – мастер. Коллегалары менән берҙәм рәүештә халыҡҡа сифатлы хеҙмәт күрһәтеп, торлаҡ йорттарға һәм башҡаларға зәңгәр яғыулыҡ индереп, райондың инфраструктураһы үҫешенә, халҡыбыҙҙың йәшәү кимәлен күтәреүгә ҙур тырышлыҡ һала улар.
Өс сабыйҙың өлгөлө атаһы ла ул Артур. 2011 йылда Мораҡ ҡыҙы Татьяна Алексеевна менән яҙмышын бәйләп, матур донъя ҡороп, өс сабыйға ғүмер бүләк итә йәштәр. Эвелина һәм Алина хәҙер Мораҡ 1-се урта мәктәбенең алдынғы уҡыусылары, кинйәләре – Ринат әлегә “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәләнә.
Һау-сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған ғаилә башлығы ҡышҡыһын саңғыла йөрөүгә лә айырым ваҡыт бүлә, балаларын да үҙ артынан эйәртә. Ә һатыусы булып эшләгән хәләл ефетенең яратҡан шөғөлө – ҡәҙерлеләрен тәмле аш-һыу менән һыйлау. Йәштәр менән йәнәш бер урамда ғүмер итеүсе Артурҙың ата-әсәһе лә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ныҡлы терәк булып тора. Бергә-бергә татыулыҡта көн иткәнгә лә, тормоштары йәмле, донъялары ҡотло.