

Дѳрѳҫ һаҡланған ҡаҙ майы ярҙамында бронхиттан ҡотолоп була. Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлде бѳтѳрѳү өсөн уны ҡырғыстан үткәрелгән һуған менән бутап, ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итергә. Ошо уҡ ҡатнашманы төнгѳлѳккә күкрәк өлөшөнә һөртөргә лә мөмкин. Һөҙөмтәһе өс көндән үк күренәсәк.
Арҡа ауыртҡанда уны ҡаҙ майы менән мунсала ышҡыу ярҙам итә. Процедуранан һуң йылы урында төрөнөп ятырға кәрәк. Бер нисә сеанстан ревматизм үтергә тейеш.
Мускулдарҙағы ауыртыуҙар борсомаһын өсөн тәнгә май, бал һәм спирт төнәтмәһе менән массаж яһайҙар.
Быуындар һыҙлағанда ҡырғыстан үткәрелгән керән тамыры, картуф һәм ҡаҙ майына (тигеҙ күләмдә алына) бер сәй ҡалағы бал ҡушып, ауыртҡан урынға һѳртѳргә һәм ике сәғәт тоторға. Дауалау курсы – 7-10 кѳн.
Шулай уҡ ҡаҙ майын оҫта хужабикәләр бешеренеү өсөн дә ҡуллана. Бәлеш, сөсө ҡамыр баҫҡанда уны ҡалаҡ осо менән генә һалып ебәреү ҙә ҡамырҙы йомшаҡ итеүгә килтерә. Бөйөрөктәр бешергән шыйыҡ майға ла аҙ ғына уны ҡушыу зыян килтермәҫ.
Ҡаҙ майы менән дауаланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, был дауаның барыһына ла килешмәүен хәтерҙән сығармағыҙ.