Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2022, 04:42

Әсәйем-берҙән-берем!

Тиҙҙән изге байрам - Әсәйҙәр көнө етә. Шул айҡанлы беҙҙең төркөм  “Әсәйем-берҙән-берем!”тигән конкурс иғлан итә. Күркәм байрам уңайынан әсәйҙәрегеҙҙе, өләсәйҙәрегеҙҙе, ғөмүмән, әсәй тигән исемгә лайыҡ булған яҡын кешеләрегеҙҙе матур бүләк менән ҡотлағығыҙ киләме? Улайһа, беҙҙең конкурста әүҙем ҡатнашығыҙ!

Әсәйем-берҙән-берем!Әсәйем-берҙән-берем!
Әсәйем-берҙән-берем!

Унда ҡатнашыу шарттары ябай:

*Әсәйегеҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт һәм бер нисә фото беҙгә -

“Мораҙым” гәзите төркөмөнә шәхси хәбәр итеп (сообщение) йәки 8-927-312-4066 телефонына (ватцап аша) 24 ноябргә тиклем ебәрегеҙ.

*25, 26, 27 ноябрҙә тауыш биреү буласаҡ һәм 28 ноябрҙә иң күп тауыш йыйған әсәйгә бүләк – сауҙа нөктәһенә сертификат тапшырыласаҡ.  

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас