Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2022, 06:20

"Сәнғәт төнө"

Уҙған  йомала Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Сәнғәт төнө-2022” Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһына ҡушылды.  “Беҙ бергә - еңелмәҫ”  тигән  сарала Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.  Музей хеҙмәткәрҙәре балаларҙы Берҙәмлек көнөнөң тарихы, уның Рәсәй өсөн әһәмиәте, Тыуған ил бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары менән таныштырҙы. Уҡыусылар  музей менән танышты, “Мин бында йәшәйем, һәм тыуған яғым миңә бик ҡәҙерле” күргәҙмәһен ҡараны.   Был көндө музейға килеүселәргә Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтенә һәм көнкүрешенә арналған “Башҡортостан халыҡтары этнографияһы” күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Был кистә сәнғәт һөйөүселәр шулай уҡ “Донъя ниндәй гүзәл!” тип аталған онлайн- күргәҙмә менән таныша алды. Ул Юлдыбай ауылы уҙаманы -  һәүәҫкәр рәссам, СССР-ҙың атҡаҙанған шахтеры Ғиниәт Алламоратов ижадын сағылдырҙы.   #ночьискусств2022 #ночьискусств #Кугарчинскийрайон #Кугарчинскиймузей  

"Сәнғәт төнө""Сәнғәт төнө"
"Сәнғәт төнө"

Уҙған  йомала Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Сәнғәт төнө-2022” Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһына ҡушылды.

 “Беҙ бергә - еңелмәҫ”  тигән  сарала Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.
 Музей хеҙмәткәрҙәре балаларҙы Берҙәмлек көнөнөң тарихы, уның Рәсәй өсөн әһәмиәте, Тыуған ил бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары менән таныштырҙы.

Уҡыусылар  музей менән танышты, “Мин бында йәшәйем, һәм тыуған яғым миңә бик ҡәҙерле” күргәҙмәһен ҡараны.

 

Был көндө музейға килеүселәргә Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтенә һәм көнкүрешенә арналған “Башҡортостан халыҡтары этнографияһы” күргәҙмәһе тәҡдим ителде.
Был кистә сәнғәт һөйөүселәр шулай уҡ “Донъя ниндәй гүзәл!” тип аталған онлайн- күргәҙмә менән таныша алды. Ул Юлдыбай ауылы уҙаманы -  һәүәҫкәр рәссам, СССР-ҙың атҡаҙанған шахтеры Ғиниәт Алламоратов ижадын сағылдырҙы.  

#ночьискусств2022 #ночьискусств #Кугарчинскийрайон #Кугарчинскиймузей

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас