

Мәскәү ҡалаһында беҙҙең йәш герой – Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Арыҫлан Шафиҡов Совет Федерацияһының “Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн” миҙалына лайыҡ булды.
14 йәшлек үҫмер егет 2022 йылдың мартында өйөнә ҡайтып килгәндә бер йортта төтөн күрә. Өйгә төкәтеп төҙөлгән мунса яна, ут торлаҡ йорт яғына күсеп бара. Арыҫлан тиҙ генә янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Тиҙҙән өй эсенә инерлек булмай. Шул ваҡыт Арыҫлан өйгә тәҙрә аша инә һәм йор хужаларына – 2-се төркөм инвалидына һәм уның ҡатынына өйҙән сығырға ярҙам итә. Шулай итеп, Арыҫландың ваҡытлыса һәм дөрөҫ эш итеүе арҡаһында ике кеше уттан зыян күрмәне.