

Әлеге мәлдә Мораҡ ауылының З.Биишева исемендәге ял паркы эргәһендәге майҙансыҡта йәрминкә бара. Нимә генә юҡ унда! Еләк-емеш, ҡош-ҡорт ите, мал ите, балыҡ, көнбағыш майы, бәйләнгән әйберҙәр, йәшелсә-емеш, консервалар, һөт ризыҡтары һ.б.
Хаҡтар ҙа магазиндағынан байтаҡҡа арзаныраҡ, мәҫәлән, ҡыҙыл һәм һары алмаларҙың килограмы ни бары 50 һум!
Әйткәндәй, арзан ғына түгел, экологик яҡтан таҙа ла ризыҡ алырға теләгегеҙ булһа, өлгөрәһегеҙ, әле йәрминкәнең ҡыҙған ғына мәле! Үҙе етештергәнде һатырға уйлаусылар ҙа сыға ала, һөт ризыҡтары, атап әйткәндә һыйыр майы ни бары бер ерҙә генә ҡалды, ә алырға теләүселәр күп.