+22 °С
Ямғыр


Бөгөн районда Халыҡтар берҙәмлеге һәм Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Йылдағыса, күркәм байрамды күгәрсенлеләр матур итеп уҙғарҙы. Райондың алдынғы хужалыҡтары район мәҙәниәт һарайы фойеһына сағыу күргәҙмә ҡуйҙы, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн һәм байрам уңайынан ауыл хужалығы министрлығы, район хакимиәте Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.