Башҡорт халҡының мәҙәниәте – бай рухи мираҫ. Ул үҙенең ҡабатланмаҫ булыуы, быуаттар дауамында быуындан быуынға тапшырыла килгән йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең күп төрлөлөгө менән үҙенсәлекле. “Аулаҡ өй”гә йыйылған үҫмер балаларҙың өләсәй һандығы аша халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәте менән танышыуҙы сағылдырған сара ысын мәғәнәһендә әһәмиәтле булды.
Ғөрөф-ғәҙәт буйынса, өлкәндәр ҡунаҡҡа киткәс, йортта хужа булып ҡалған ҡыҙҙар дуҫ-иштәрен ҡунаҡҡа йыя. Өй-ҡаралтыны йыйыштырып, бәрәмәстәр бешереп, уйын-көлкө, йырлап-бейеп күңел асҡан йәш-елкенсәк, ҡул эштәренә лә өйрәнгән. “Йөҙөк һалыу”, “Һәпәләк”, “Аҡ тирәк, күк тирәк” һәм башҡа уйындар аша хеҙмәт тәрбиәһе лә бирелгән. Аулаҡ өйҙәр һәр ваҡыт өлкән ҡатын-ҡыҙ ҡарауы аҫтында үткән.
Бына ҡунаҡҡа киткән өләсәйҙәр ҙә ҡайтып инә, үҙҙәренең йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп, балаларға боронғо йырҙарҙы, уйындарҙы өйрәтә, өләсәй һандығында һаҡланған монаят тарихы аша халҡыбыҙҙың да милли-мәҙәни тарихы, рухиәте менән балаларҙы таныштыра.
Ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Фәниә Рәхмәтуллина үҙ өйөндә әсәй-өләсәйҙәренән ҡалған боронғо әйберҙәрҙе йыйып өйөндә музей мөйөшө булдырған. Ҡуҙлы үтек, кәкүкле сәғәт, йөн иләгес, етеле шәм, еҙ сәйнүк, ҡара һауыты, багор, даға кеүек экспонаттар балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һәр бер әйберҙең үҙенсәлекле тарихын Фәниә апай уҡыусыларға мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Асия Вәлитова ауылдаштары ла телмәр тотто. Сирбай бәләкәй генә булһа ла, уны гөрләтеп торған әүҙем кешеләрҙең күп булыуы һоҡландыра, ти ул.
- Беҙҙә үткән бөтә сараларға ла уҡыусы балалар йәлеп ителә. Был нимә тураһында һөйләй? Әлбиттә, тәрбиәүи эшмәкәрлектең тейешле кимәлдә ойошторолоуы тураһында. Һәр ваҡыт өләсәй-ҡәртәсәйҙәренә, әсәләренә эйәреп килә балалар. Бөгөнгө байрамдың да әһәмиәте – быуандар күсәгилешлегенең һаҡланыуында. Өләсәй һандығында һаҡланған ябай ғына иҫке әйберҙең дә ни тиклем дә бай тарихлы булыуын, хатта тотош быуын, милләт тарихын сағылдырыуын күрҙек.
Клуб мөдире Мәхәмәт Шәрипов та, ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары Фәриә Ниғмәтуллина, Рәмзиә Ишарина, Фәриҙә Шәрипова, Фәниә Рәхмәтуллина, Миңзада Хәмиҙуллина һәм башҡалар ошо беҙҙең ауылдың мәҙәни усағын һүрелтмәй тотҡан кешеләр.
Өйҙә лә, эштә лә, йәмәғәт тормошонда ла берәй эш алып барған кешеләргә һәр ваҡыт һоҡланабыҙ. Балалар ҙа үҫтерәләр, мал-тыуарын да ишле итеп аҫрайҙар, эшкә лә өлгөрәләр, ошондай сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар, - ти Асия Ғизетдин ҡыҙы ауылдаштары менән һоҡланып.
Сирбайҙарға ҡунаҡтар буш ҡул менән килмәне, мәҡсүттәр ҙә, дөмбәйҙәр ҙә, исемдәр ҙә һәр ваҡыттағыса моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән тамашасы күңелен яуланы.
Ил-йорттағы һуңғы ваҡиғаларҙың гимнына әүерелгән “Шайморатов генерал” йырын ағинәйҙәрҙең аяғөҫтө баҫып башҡарыуҙары ла күңелдә аңлатып бирә алмаҫлыҡ һағыш ҡатыш ғорурлыҡ хистәре уятты.
Тамашанан һуң йола буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр именлегенә бағышлап ағинәйҙәр аят бағышланы, доғалар ҡылды.