Ауыр ваҡытҡа тура килә уның бала сағы, үҫмерлек йылдары. Ирҙәр эшен бәләкәйҙән белеп үҫә.
- Ғаиләлә дүрт бала булғанбыҙ. Иң кесеһе мин. Әсәйҙән иртә ҡалғас, миңә уҡыу эләкмәне. Бер класс та белемем юҡ. Ирҙәр эше бәләкәйҙән белеп үҫтем, 12 йәштән генә бер быуын тиҫтерҙәр менән эшкә егелдек. Күркәтауға урман ҡырҡыуға йөрөнөк.
Әрме хеҙмәтен дә үттем. Унан ҡайтҡас, фермаға мал ҡараусы булып урынлаштым да пенсияға сыҡҡансы шунда эшләнем, - ти Рәфҡәт олатай.
Әйткәндәй, уның фиҙаҡәр хеҙмәтен армияла уҡ баһалайҙар: “Ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Эшһөйәр, намыҫлы малсының эшен етәкселек тә күрә. Бихисап почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә алдынғы хеҙмәткәр.
Хәләл ефете Мәскүрә инәй менән улар 1959 йылда танышып, сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Уңған килен 1966 йылдың 20 октябрендә малсылыҡ фермаһында һауынсы булып эш башлай. Ҡул менән 20 баштан артыҡ һыйыр һауырға тура килһә лә, зарланмай эшләй ул.
- Ауыл балаһы мал йәнле була бит инде. Ферма гөрләп тора, беҙ ҙә дәртләнеп эшләйбеҙ. Хәҙер уйлаһаң, ниндәй ауыр эш башҡарғанбыҙ. Нисек өлгөргәнбеҙҙер, ҡара таң менән китәбеҙ. Өйҙә лә, эштә лә тырыштыҡ инде. Күмәк булдыҡ алдынғылар. Һапашта Рәйсә Инсеғолова, Нәйлә Иҫәнғолова, Гөлсирә Кирәевалар менән; Хоҙайбирҙин фермаһына күскәс, Мәғәфүрә, Ғәрифә, Лениза, Сәлимәләр менән эшләнек.
Хужалар ҙа һәйбәт булды бит беҙҙең заманда. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреп, ваҡытында бүләкләп тә торҙолар. Премиялр ҙа бирә торғайнылар, шифаханаға юлламалар менән дә бүләкләнеләр. Ваҡытында Сочи, Брест ҡалаларына, Польшаға барып ҡайтырға насип булды, - ти Мәскүрә инәй хәтирәләргә бирелеп. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларыбыҙ булманы. Кеше ошолай йәшәй икән тип уйлағанбыҙҙыр инде, балаһыҙлыҡты тойманыҡ та. Бөтә күңелебеҙҙе, булмышыбыҙҙы эшкә бирҙек, йөрәгебеҙҙе эш менән баҫтыҡ.
Эшләй башлағас, ете йыл сөгөлдөр утаным, звеновод булдым. Йәштәр Вәлиткә һарыҡ ҡырҡырға китте.
Эш еңел булманы. Һаулыҡ та ҡаҡшаны. Шулай ҙа бирешмәнек. - Ошо ябай ғына, бәләкәй генә инәй - Социалистик ярыштар еңеүсеһе, “Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған малсыһы” тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булған. “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, “Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” миҙалдары менән дә бүләкләнгән.
Халыҡ алдында һүҙе үткән, үҙе абруйлы булған Мәскүрә инәй район, ауыл биләмәһе советтары депутаты итеп тә һайлана, партия конференцияларында ҡатнаша.
Икәүләшеп кенә көткән донъялары ла күркәм Вәлитовтарҙың. Өлкәнәйгәнсе кәртә-ҡура тултырып ишле мал аҫрағандар. Баҡса ла сәсәләр, ҡош-ҡорт та көтәләр, өй тәҙрәһен иһә ябай ғына сәскәле гөлдәр йәмләй.
- Рәфҡәт олатайың ҡарай инде барыһын да. Ишек алдына сығып китә, ҡош-ҡортто бағып, баҡсаны ла матур итеп тәрбиәләп үҫтерә, - ти инәй.
- Беҙҙән кеше өҙөлмәй. Көн дә берәй ауылдаш булһа ла инеп сыға. Аллаға шөкөр, ярҙамдарынан ташламайҙар. Халыҡ беҙҙә бик һәйбәт, татыу, эшсән. Матур итеп донъя көткән йәштәргә ҡарап ҡыуанабыҙ. Илебеҙ тынысланып, тормошобоҙ йәмләнеп китһен инде тип теләйбеҙ.
“Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашыуы ла үҙе бер мәртәбә. Һис шикһеҙ, ауыл лайыҡ был исемгә. Ил төкөрһә, күл була тигәндәй, тырышлыҡтары менән еңеп сығырҙар тип уйлайбыҙ, – ти Рәфкәт олатай ауылдаштарына оло өмөт бағлап.
- Гөрләп тора ауыл. Һәр йортта мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Кемеһен генә алма, еңел машинала елдерә. Донъялары ла ҡотло, нур уйнап тора, бала тауыштары ла бер моң һымаҡ. Иҫән-һау йәшәргә булһын йәштәргә, - ти Мәскүрә инәй олатайҙың һүҙҙәрен йөпләп.
Бер-береһен ярты һүҙҙән, хата ым-ишаранан ғына аңлап, хөрмәт итеп, татыулыҡта тиң ҡартайған Вәлитовтар ауылдаштары алдында ла абруйлы. Йәштәргә кәңәштәрен биреп, ярҙам һорап килгәнгә ярҙам итеп, ысын мәғәнәһендә ауыл тотҡаһы, ауыл терәге булып тора улар. Бөтә ғүмерҙәрен ауыл хужалығына бағышлаған хеҙмәт ветерандарына ғүмер, һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ көндәре теләйбеҙ.