- Ғәлиә апай, беҙҙең һөйләшеү бөгөн ижад, әҙәбиәт, шиғриәт тураһында булыр. Һеҙҙең бөтә булмышығыҙ, эшегеҙ, һөнәрегеҙ ошо өлкә менән ныҡлы бәйле.
Әйтегеҙ әле, уҡытыусы булыу теләге менән ижад итеүҙе нисек бергә бәйләй алдығыҙ?
- Мин мәктәптә уҡыған йылдарҙа әҙәбиәт дәрестәрен көтөп ала торғайным. Рус әҙәбиәте программаһындағы бөтә әҫәрҙәрҙе яттан белдем. Атайым уҡырға яратты. Ул ауыл китапханаһын тотошлай уҡып сыҡҡан кеше.Әҙәбиәткә, матбуғатҡа булған һөйөү, тәрбиә бала саҡтан килә. Беҙҙең ғаиләлә бөтә башҡорт баҫмалары да алдырҙылар. “Ағиҙел”, “ Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын, башҡорт телендә сыҡҡан бөтә гәзиттәргә яҙыла инек. “Ағиҙел” килеү менән йәшереп ҡуям, атайым ҡулына алмаҫ борон уҡып ҡалырға тип.
Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен, Әнүәр Бикчәнтәевтың “Яр буйы малайҙарын” ҡат- ҡат уҡыным.
Ә төп һөнәремә килгәндә инде, үҙ- үҙемде белгәндән алып уҡытыусы булырға теләнем. Был ынтылыш ҡандалыр тип уйлайым. Беҙҙең нәҫелдә үрнәк алырлыҡ уҡытыусылар булды:
Аҡъярҙа Вәхитова Фәтхиә инәйем, Мораҡта Хәбибназаров Әхмәҙулла олатайым, Юлдыбайҙа Мырҙабаева Хәтимә ,
Өфөлә Суфиянова Нәсимә апайҙарым ысын халыҡ уҡытыусылары булды.
- Ҡайһы ғына ижадсыны алма, уның тәүге емештәре бала саҡта, студент саҡта донъя күргән. Һеҙҙең осраҡта нисегерәк булды?
- Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына (рус- башҡорт бүлегенә) уҡырға ингәс, минең өсөн оло бер донъя асылды кеүек. Тимерғәле Килмөхәмәтов ағай етәкләгән “Шоңҡар” түңәрәгенә йөрөү әҙәбиәт, тел, шиғриәт тигән матур донъяға юл асты. Шағирҙар, яҙыусылар менән даими осрашыуҙар, ижади кисәләр, шиғриәт бәйгеләре, әҙәбиәт серҙәрен аңлауға оло йоғонто яһаны.
Тәүге шиғырымды ла ошо осорҙа - икенсе курста уҡып йөрөгәндә - Яңы йыл алдынан яҙҙым.
Былайыраҡ ине ул:
Өйөрөлөп ҡарҙар яуҙы иртән,
Ерҙә хәҙер аҡ ҡар яҡтыһы.
Ә йөрәктә ҡыш һалҡыны түгел,
Яҡты яҙҙар, наҙҙар сатҡыһы.
...Мөхәббәтем яҡты яҙҙа ҡалды,
Алыҫлашты күңел, аралар.
Ҡыш һалҡыны йөрәгемде өтә,
Өйөрөлөп ҡарҙар яуалар...
- Һеҙҙең өсөн илһам сығанағы нимә? Белеүемсә, ижадҡа ныҡлап тотоноуығыҙ хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тура килде. Был нимә менән бәйле? Һәм ижад кешеһе өсөн ваҡыт, миҙгел, хаҡлы ял тигән төшөнсә бар тип уйлайһығыҙмы?
- Ижад өсөн айырым урын, айырым мөхит кәрәкмәйҙер ул.
Рәшит Назаровты ғына алайыҡ. Һуңғы әҫәрҙәре ниндәй шарттарҙа яҙылыуы бөтәбеҙгә лә мәғлүм.
Үҙем өсөн генә яҙҙым. Баҫтырырға уйламаным. Сөнки яҙған бер әйберҙе кешегә шундуҡ тәҡдим итеү – ул уҡыусыны ихтирам итмәү тип уйлайым. Ҡулъяҙма ижадсыла ятырға тейеш. Еренә еткерелеп, үҙтәнҡит юлы менән баһа үтеп, шунан ғына уҡыусы хөкөмөнә сығарылырға тейеш тип иҫәпләйем.
- Шиғырҙар менән бер рәттән прозала ла һөҙөмтәле эшләйһегеҙ, ике жанрҙы ла еңел алып бара алыу нимәнән?
- Проза менән поэзия - икеһе ике донъя. Ике өлкәлә лә үҙемде һынап ҡарау теләге көслө ине. Шиғырҙа әйтеп еткерә алмағанды прозала асырға тырышам.
- Ниндәй темаларға яратып мөрәжәғәт итәһең?
- Улым, ҡыҙым донъяға килгәс, уларға арнап,
килен булып төшкәс йәмле Энәк буйҙарына һоҡланып яҙылған шиғырҙарым булды. Иптәшем менән өс йыл Свердловск ҡалаһында йәшәнек. Ул Урал урман академияһында көндөҙгө бүлектә уҡыны. Шул йылдарҙа яҙылған бер шәлкем шиғырҙарым бар. Тыуған яҡ, фәлсәфәүи темалар күңелемә яҡын.
- Ғөмүмән, әҙәбиәтте күҙ уңында тотҡанда, кемдең ижадын яҡын күрәһегеҙ?
- Талха Ғиниәтуллин, Әмир Әминевтың әҫәрҙәрен күпме уҡыһам да ялҡытмай. Уҡыған һайын уҡығы килә.
Сәғит Агиш, Рәшит Солтангәрәевтарҙың хикәйәләрен мөкиббән китеп уҡыйым. Журналистика тигәндә иһә Марсель Ҡотлоғәлләмовтың исемен атау ҙа етә.
- Һҙе Филипповтың да шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә иттегеҙ, тәржемә өлкәһендә үҙеңде һынап ҡарау теләге нисек тыуҙы?
- Тәржемә тигәндән, “Мораҙым” гәзитенә Александр Филипповтың “Мурадым” шиғырының тәржемәһе кәрәк булды. Бер нисә тәржемәнән минеке үтте. Шунан башлап тотондом. Филипповтың китаптарын алып ҡайттым да уҡый башланым. Уның поэзияһында оригиналь, идеаль булып ҡыланыу, ишара кеүек алымдар бөтөнләй юҡ.
Ул донъяны нисек күрә, нисек ҡабул итә - шулай һүрәтләй.
Уның ижады минең күңелемә ныҡ яҡын, хатта ауаздаш.
“Башҡорттарым өсөн үҙ егет мин,
Китә ҡалһам ташлап донъяны,
Башҡортомдан ҡала тағы кем һуң
Мине һағыныр, мине ҡыҙғаныр?
Тыуған ерем, тиһәм
Ер еләге
Устарыма
Төшә тирелеп.
Тыуған ерем!
Сикһеҙ һөйөүемдән
Мөлдөрәмә тулы
Күңелем!” – ябай ҙа, шул уҡ ваҡыт та бөйөк тә был шиғыр юлдары.
- Әҙәбиәттең киләсәге бармы? Булһа, ул кем ҡулында?
- Был бик ауыр һорау. Шулай ҙа талантлы йәштәребеҙ ҡулында, тип әйтке килә. Ҡәләм тибрәтеүселәр күп. Уларҙың яҙғандарын ҡабул итергә кәрәк. Уларҙың ижади башланғыстарын һүндермәҫкә, ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәктер. Был йәһәттән беҙҙең районда эш бик әүҙем алып барыла. “Оло Эйек буйында” әҙәби берекмә ололар менән бер рәттән йәштәрҙең, бигерәк тә, мәктәп уҡыусыларының ижади эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Төрлө кисәләр, ижади бәйгеләр ойошторола, әлеге көндә икенсе әҙәби альманах өсөн материалдар туплана.
- Ниндәй ун китапты башҡортмон тигән башҡорт мотлаҡ уҡып сығырға тейеш тип иҫәпләйһең?
- Башҡортмон тигән башҡорт һис шикһеҙ халҡыбыҙҙың бөйөк ижады – “Урал батыр” эпосын уҡырға тейеш. Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди- Туғандың “Башҡорттар тарихы”н, Ғайса Хөсәйеновтың “Автобиография”һын, Мостай Кәримдең "Ярлыҡау” повесын, Рәми Ғариповтың “Көндәлектәр”ен, Степан Злобиндың “Салават Юлаев”романын, Фәрит Иҫәнғоловтың “Арыш башағы”н, Ғәлим Хисамовтың “В отрогах Урала” , Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ”ын, Йәлил Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романын һәр башҡорт уҡырға тейешле әҫәрҙәр тип ҡабул итәм.
- Һеҙҙең шиғырҙарығыҙҙы уҡыһаң, еңел генә яҙылған һымаҡ, көйләп, бер тында ғына уҡыла. Шиғыр яҙыу процессы һеҙҙең өсөн нисек бирелә? Тәүлектең ҡайһы мәле һеҙҙең өсөн айырыуса илһамлы?
- Шиғыр яҙыу өсөн махсус ваҡыт бүлеү тигән төшөнсә юҡ ул минең өсөн. Күңелгә килгән фекерҙе ҡағыҙға төшөрөүең була, һүҙгә - һүҙ, моңға - моң эйәрә лә үрелеп, үҫә-үҫә, шиғырға әүерелә. Ниңәлер көн битендә илһамға урын юҡ. Илһам шау-шыуҙы яратмай. Яңғыҙ ғына булғанда, тынлыҡта килеүсән ул. Таң һыҙылғанда, күберәк төн уртаһында килә. Һикереп тороп, тотоп алмаһаң, юҡҡа сыға. Иртәнсәк яҙып ҡуйырмын әле тиергә ярамай.
- Ижадтан төңөлгән саҡтарығыҙ буламы? Булһа, нисек үткәрәһегеҙ?
- Ижадтан төңөлөү тигәнде ҡабул итмәйем. Теге йәки был әҫәрҙе тамамлаһаң, шундай кинәнес кисерәһең! Ә бына күңелең ҡабул итмәгәнде яҙып булмай.
Был донъяла осраҡлы бер нәмә лә юҡ. Барыһы ла алдан билдәләнгән, барыһы ла алдан һыҙылған. Ауыр мәлдәрҙә һәр ваҡыт ниндәйҙер көстөң ярҙамын тойҙом. Нимәлер барыр юлыма маяҡ ҡуйҙы.
- Шиғырҙар, хикәйәләр өсөн темаларҙы махсус һайлайһығыҙмымы? Йә булмаһа, үҙенән үҙе килеп тыуамы?
- Минең хикәйәләремдең геройҙары – тирә-йүнемдәге кешеләр.
20-25 йәштә генә тол ҡалған өләсәйем менән ҡәрсәйем, атайһыҙ үҫкәс, һуғыш балалары атайым, әсәйемдәрҙең ауыр яҙмышы темаһы күңелемә тынғылыҡ бирмәй, йөрәкте тырнап торҙо.
Беҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә уймаҡ хикәйәләр оҫтаһы Зиннур Ураҡсиндың ижады менән танышҡас, уймаҡ хикәйә яҙып ҡарау теләге тыуҙы.
Хикәйәгә теманы махсус һайламайым. Мәҫәлән, “Туҡран тәүбәһе” хикәйәһен алып ҡарайыҡ. Ни өсөн шундай исем ҡуйҙым? Халыҡта, тумыртҡа ағасты башҡа суҡымайым, тип ант итә лә онота икән тигән һүҙ бар. Бында ла шулайыраҡ: башмағы табылһа, сит ҡатынға әйләнеп тә ҡарамайым, тип ант иткән геройым, малы табылған төндә үк төшөндә теге ҡатынды күреп ята.
“Берәҙәк” тә иһә һуғыштың Ер йөҙөндәге иң мәғәнәһеҙ, ҡурҡыныс нәмә булыуын күрһәтергә теләгәйнем. Тормоштан алынған ваҡиғалар, йәшәйешебеҙҙәге ыңғай һәм кире күренештәр, төрлө яҙмышлы кешеләр, уларҙың уй-кисерештәре, тын алыштары уҡыусыларыма фәһем булырлыҡ мәлдәр бүләк итһә ине тип уйлайым..
Хикәйәләр өсөн темаларҙы тормош үҙе аса, үҙе күрһәтә.
- Ижади йәһәттән һөҙөмтәле эшләр өсөн был тәңгәлдә лә тәғәйен генә ниәттәр ҙә булырға тейештер?
- Уҡыусыларҙың ихтыяжын иҫәпкә алырға кәрәктер. Тормош ауыр, тип гел генә фажиғә, яман хәлдәр хаҡында яҙыу кәрәкмәҫ ине. Эш юҡ, аҡса юҡ тибеҙ. Зарланабыҙ, көйәбеҙ, янабыҙ. Йәшәүҙең ыңғай яҡтарын инҡар итәбеҙ. Әҫәрҙәребеҙ кешеләрҙең күңелен дауалаһын ине. Кешене кеше иткән нәмә -эш, хеҙмәт. Ауырлыҡтар кешене сыныҡтыра. Күрше күршегә инһен, туған туғанын белһен, аралашһын, ярҙамға килһен.
Берҙәмлек, изгелек кеүек төшөнсәләрҙе алға ҡуйып ижад итәйек.
Әҙәбиәт - кеше яҙмышы тураһындағы фән. Данко кеүек йөрәген факел итеп, кешеләрҙе яҡтылыҡҡа алып сыҡҡан, Прометей кеүек кешеләргә ут килтергән ижадсыларыбыҙ күберәк булһын ине.
- Йөкмәткеле әңгәмә өсөн һеҙгә, ҙур рәхмәт, Ғәлиә апай! Ҡәләмегеҙ һәр ваҡыт үткер, фекерҙәрегеҙ – тос, яҙғандарығыҙ уҡымлы булһын!
- Рәхмәт!