Мораҙым
+28 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
2 Ноября 2022, 10:40

Ҡара ерҙе алтын итә игенсенең ҡулдары

 Йәйҙең генә түгел, көҙҙөң дә һәр көнө ҡәҙерле шул: иртә яҙҙан ҡара тир түгеп үҫтергәнеңде ямғыр-ҡарға тейҙермәй генә йыйып алырға кәрәк. Ер эше менән шөғөлләнгән Зөлхизә һәм Юлай Ишкилдиндар ҙа был арала һис бушамай икән. Шулай ҙа, уттай ҡыҙыу эш мәлендә килеүебеҙгә ҡарамаҫтан, беҙҙе улар ихлас ҡаршы алды. Ихаталағы тауҙай өйөмдө тейәгесле трактор ярҙамында “КамАЗ”ға тейәгәндәрен күреп, башта ҡом тейәйҙәр икән тип уйлаһаҡ, яңылышҡанбыҙ икән, аҫтына япма һалып өйөлгән “тау” көнбағыш булып сыҡты.  2016 йылдан алып игенселек тармағы менән шөғөлләнә Ишкилдиндар.

Ҡара ерҙе алтын итә игенсенең ҡулдарыҠара ерҙе алтын итә игенсенең ҡулдары
Ҡара ерҙе алтын итә игенсенең ҡулдары

Ябай ерҙе алтын итә игенсенең ҡулдары

 Йәмле Эйек буйын төйәк иткән Муса ауылы халҡы элек-электән уңғанлығы менән һоҡландыра. Ауылда социаль объекттар булмауына ҡарамаҫтан, уның утын һүндермәҫкә тырышып, ҡотон-бәрәкәтен арттырып, гөрләтеп донъя көткәндәр байтаҡ. Мусаға юл төшкәс, шундай ғаиләләрҙең береһенә һуғылып китергә булдыҡ һәм “тимер ат”ыбыҙҙы Ишкилдиндарҙың йортона ҡарай борҙоҡ.

 

Йәйҙең генә түгел, көҙҙөң дә һәр көнө ҡәҙерле

 Йәйҙең генә түгел, көҙҙөң дә һәр көнө ҡәҙерле шул: иртә яҙҙан ҡара тир түгеп үҫтергәнеңде ямғыр-ҡарға тейҙермәй генә йыйып алырға кәрәк. Ер эше менән шөғөлләнгән Зөлхизә һәм Юлай Ишкилдиндар ҙа был арала һис бушамай икән. Шулай ҙа, уттай ҡыҙыу эш мәлендә килеүебеҙгә ҡарамаҫтан, беҙҙе улар ихлас ҡаршы алды. Ихаталағы тауҙай өйөмдө тейәгесле трактор ярҙамында “КамАЗ”ға тейәгәндәрен күреп, башта ҡом тейәйҙәр икән тип уйлаһаҡ, яңылышҡанбыҙ икән, аҫтына япма һалып өйөлгән “тау” көнбағыш булып сыҡты.

 2016 йылдан алып игенселек тармағы менән шөғөлләнә Ишкилдиндар. Нәҡ ошо тармаҡты һайлауҙарының сере ябай: ғаилә башлығы Юлай Миңнулла улы, үҙе агроном булараҡ, үҙе яҡшы белгән эште һайларға ҡарар иткән.

 Юлай ағай 9 бала үҫтергән Фәтхиә һәм Миңнулла Ишкилдиндарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килгән. Һуғыш ветераны булған атаһы ла, тыл эшсәне булған әсәһе лә балаларына намыҫ тигән төшөнсәне бәләкәйҙән аңдарына һеңдереп, кесе йәштән эшкә өйрәтеп үҫтерә. Оҙаҡ йылдар тракторсы, тракторсылар бригадаһы бригадиры, инженер булған атаһының ғына түгел, уның бер туған ағаһы – “Исем”совхозының алдынғы комбайнсыһы, тырыш хеҙмәте өсөн “Ленин” орденына, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалына лайыҡ булған Мырҙабулат Ишбаевтың да йоғонтоһо ҙур була, Юлай ағай бәләкәйҙән техникаға әүәҫ булып үҫә. Мәктәптән һуң Мораҡ һөнәрселек училищеһында шофер һөнәрен алған егет армияға тиклем үк совхозда комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләп өлгөрә. Көнсығыш Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң хеҙмәт юлын тыуған совхозында дауам итә. Эшләп йөрөү менән бер рәттән ситтән тороп Йылайыр совхоз-техникумында белем ала.

 Совхозда тәүҙә шофер, аҙағыраҡ агроном, идарасы, булып эшләгән Юлай ағай донъялар үҙгәреп, колхоз-совхоздар тарҡалғас, “Күпер төҙөү” идаралығында, Өфөлә төҙөлөш эштәрендә тир түгә. Әммә бер түгел, өс ул үҫтергән атайға гел генә ситтә йөрөү яҡшы түгеллеген үҙе лә, ҡатыны ла яҡшы аңлай. Ныҡлы уйлағандан һуң, ғаилә малсылыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә.

 Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан

 Уларҙың ҡураһындағы мал һаны бер ваҡыт 50 башҡа барып етә. Һыйырҙарҙан тыш, аттар ҙа аҫрайҙар, бер йылды 25 баш тай тоталар.

 Ауылда йәшәгән кешеләр мал аҫрауҙың еңел эш булмауын яҡшы беләлер, улар – тере йән эйәһе, ауырыйһыңмы, хәлең юҡмы, башҡа ашығыс эшең бармы – бер нәмәгә ҡарамай ваҡытында ашатырға, эсерергә, аҫтын таҙартырға, көтөргә кәрәк. Һәр ваҡыт иғтибар талап иткән эштән ялҡҡанға малдар һанын кәметмәй бер нисә йылдан Ишкилдиндар, бары тик ғаилә башлығы яҡшы белгән, уның күңеленә яҡын булған тармаҡ буйынса эште дауам итергә булалар.

 2016 йылда уларға муниципаль ерҙәрҙе ҡуртымға алырға тәҡдим итәләр. Шәхси эшҡыуар Ишкилдин крәҫтиән (фермер) хужалығы асып, эште тәүҙә 150 гектарҙан башлаһалар, тора-бара пай ерҙәрен, башҡа ерҙәрҙе ҡуртымға алалар. Бөгөн улар 700 гектар ерҙе эшкәртеп, көнбағыш, иген сәсәләр.  

 Игенселек менән шөғөлләнеү өсөн ерҙән тыш, иң тәү сиратта яҡшы техника булыу зарур. Тәүге йылдарҙа “МТЗ - 82” тракторы менән эш башлаған Ишкилдиндар матди-техник базаны яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүлә. Бөгөн уларҙың ике “ВТ-100”,  “К-701”, “МТЗ-82” тракторҙары, ике “КамАЗ” машиналары, “Вектор” комбайны, бойҙай сәсеү өсөн“Агратор” сәсеү комплексы,  көнбағыш сәсеү комплексы, үҙйөрөшлө һәм тағылмалы ике һиптергесе һ.б. бар. Әйткәндәй, уларҙың бер нисәүһен уҙған йыл һәм быйыл һатып алғандар.

 

Берҙәм булғанда ғына эш ырай

 Ситтән фекер йөрөткәндә ер эше менән шөғөлләнеү ирҙәр эше генә кеүек тойолһа ла, асылда Ишкилдиндар бар эште лә бергәләп башҡара. Өмөтбай ауылында тыуып, Сәйетҡол ауылында буй еткергән Зөлхизә апай иренең уң ҡанаты булып тора.

Киске уйында таныша йәштәр. Күрше Муса ауылынан Сәйетҡолға уйынға килгән егет Зөлхизә исемле һылыуҙы тап итә. Тәү ҡараштан тыуғанмылыр улар араһында башты әйләндерерлек һөйөү, әллә бер аҙ аралашҡасмы – аҙ һүҙле Юлай ағайҙан да, мәшәҡәттәренән бер аҙ арынып, беҙҙең менән аралашырға ваҡыт тапҡан Зөлхизә апайҙан да был хаҡта төпсөнөүҙе кәрәк тип тапманыҡ. Бер-береһен ярты һүҙҙән, ярты ҡараштан аңлап торалар, тимәк, йәшлек таңдарында тыуған хистәр һүнмәгән-һүрелмәгән, шуныһы мөһим.

 1990 йылда ғаилә ҡора улар. Мәләүездә сауҙа мәктәбендә белем алып, ошо уҡ ҡалала хеҙмәт юлын башлаған ҡыҙ, яҙмышын егеткә ышанып тапшырғандан һуң, үҙе килен булып төшкән Муса ауылына таштай бата.

- Ҡайным менән бейемем шул тиклем изге күңелле кешеләр булды, беҙҙе, килендәрен, үҙ ҡыҙҙарындай күрҙе. Башҡа сыҡҡас та, бер ауылда булһаҡ та, уларҙы һағынып бер булдыҡ, - ти ҡайны-бейеме менән 5 йыл бергә ғүмер кисергән Зөлхизә апай.

Яҡшы кешеләр булғандыр Фәтхиә инәй менән Миңнулла бабай, юғиһә дүрт йыл дауамында бер юлы өс килен, ҡайны-бейеменә һыйынып, бер ҡыйыҡ аҫтында бергә йәшәй алыр инеме икән?!

 Башлы-күҙле булған улдарын үҙҙәренә һыйындырған ата менән әсә уларға үҙ ояларын ҡорорға ла ярҙам итә.

 Оҙаҡ йылдар мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй Зөлхизә апай, белем усағы ябылғас, үҙ хужалыҡтарындағы мәшәҡәттәргә күмелә.

 “Атанан күргән – уҡ юныр, әсәнән күргән – тун бесер” тигәндәй, Ишкилдиндарҙың улдары ла эшһөйәр, булдыҡлы булып үҫә. Өлкән улдары Айнур Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлағандан һуң Мәләүез ҡалаһында төпләнгән, полицияның участка оперуполномоченныйы, өлкән лейтенант, кәләше – Илеш ҡыҙы Лилиә менән Айтуған һәм Нәргизә исемле ике сабый үҫтерә.

 Ишкилдиндарҙың икенсе улдары Илнур Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған, әлеге мәлдә Өфө дәүләт нефть техник университетында икенсе юғары белем ала, ҡустыһы Фидан - ошо белем усағының 5-се курс студенты.

 Айнурҙың отпускыһы, Илнур менән Фидандың каникулдары йыл да эш менән уҙа, тиһәң, һис тә арттырыу булмаҫ, сәсеү, сәсеүлектәрҙе эшкәртеү, уңышты йыйып алыу эштәрендә улар аталарының төп ярҙамсылары һанала. Ғөмүмән, был ғаилә лә мин булдыра алмайым, минең ҡулымдан килмәй, тигән һүҙ юҡ, һәр кемгә эш табылып ҡына тора. Килендәре Лилиәнең дә юғары белемле иҡтисадсы булыуы тик файҙаға ғына – ул ҡағыҙ, документ эштәрендә ярҙам итә.

 

Игенселәр нәҫеле дауам итә

 -Ҡасандыр ҡайным да, уның ағаһы Мырҙабулат та ошо ерҙәрҙе эшкәртергә хыяллана торғайны. Уларҙың хыялын улдары тормошҡа ашыра, - ти Зөлхизә апай.

 Әйткәндәй, бәләкәйҙән атаһынан ҡалмай йөрөгән Айнурҙың 4 йәшлек улы Айтуған хәҙерҙән үк атаһы менән ҡартаһынан ҡалмай, көндәр буйы улар менән машинала, тракторҙа йөрөргә ярата. Тимәк, Юлай ағай башлаған эш киләсәктә лә дауам итер, тигән тулы ышаныс бар!

 Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас