Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
26 Октябрь 2022, 06:43

Мобилизацияланғандарҙың балаларына ниндәй ярҙам ҡаралған?

Балалар баҡсаһына йөрөү, мәктәптә туҡланыу бушлай, шифахана түләүһеҙ. Шулай уҡ... 

Мобилизацияланғандарҙың балаларына ниндәй ярҙам ҡаралған?Мобилизацияланғандарҙың балаларына ниндәй ярҙам ҡаралған?
Мобилизацияланғандарҙың балаларына ниндәй ярҙам ҡаралған?

Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән бөгөнгө брифингта мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин балалы ғаиләләргә республиканан күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һөйләне.

Мәҫәлән, аталары мобилизацияланған балалар балалар баҡсаһына сираттан тыш алыныу мөмкинлегенә эйә. Шул иҫәптән, йәш ярымға етмәгәндәре лә. Бының өсөн урындағы хакимиәттең мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә һәм мобилизация тураһында белешмә тапшырырға кәрәк.

– Белгестәр ашығыс рәүештә яҡындағы балалар баҡсаһынан урын табыр, һәм сабый ҡабул ителер. 1,5-7 йәшлек балалар тәрбиә һәм ҡарау өсөн түләүҙән азат ителә, йәғни баҡсаға бушлай йөрөйәсәк. Атайҙары махсус хәрби операцияла булған уҡыусылар бушлай йылы аш ала, шул иҫәптән башланғыс мәктәптәгеләр ҙә, 5-11-се кластағылар ҙа, – тине министр.

Бынан тыш, башланғыс класс уҡыусылары өсөн оҙайтылған көн төркөмө ойоштороласаҡ. Әгәр мәктәптә ул булмаһа, әсәнең ғаризаһы буйынса асасаҡтар.

Барлыҡ кәрәкле мәғлүмәтте Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәләрендә һәм ведомство сайтында табырға мөмкин.

Шулай уҡ Айбулат Хажин яҡын көндәрҙә инфограммалар әҙерләнәсәген, уларҙы барлыҡ мәғариф бүлектәренә ебәрәсәген, мәғлүмәтте һәр ата-әсәгә еткерәсәген билдәләне.

Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына мобилизацияланған атайҙарҙың балалары шифахана-курорт дауаланыуына хоҡуҡ аласаҡ. Бының өсөн һаулыҡ торошо буйынса күрһәтмәләр булырға тейеш, уны участка педиатры баһалаясаҡ. Мәҫәлән, неврология, тын алыу системаһы ауырыуҙары булыуы мөмкин, йәки бала “йыш ауырығандар” категорияһына эләкһә. Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтте. “Ундайҙар – балалар шифаханаларына - 14 йәшкә тиклемгеләр әсәләре менән, ҙурыраҡтар үҙаллы дауаланырға ебәрелә”, – тине ул.

Бынан тыш, Айрат Рәхмәтуллин һуғышта яраланған яугирҙәр өсөн республикалағы психологик һәм спорт реабилитацияһы программалары хаҡында һөйләне.

– Белгестәр тейешле тәжрибәгә эйә: беҙ Афғанстан яугирҙәрен, Чечнялағы һуғыштан һуң да егеттәрҙе реабилитацияланыҡ. Тәжрибә бар. Әлеге ваҡытта 20-нән ашыу мобилизацияланған кеше программаны үтә, һөҙөмтәләр яҡшы. Шуны билдәләп үтер кәрәк: Башҡортостандың медицина һәм шифахана-курорт учреждениеларының бөтә мөмкинлектәре хәрбиҙәрҙе һауыҡтырыуға йүнәлтелә, – тине министр.

Автор:
Читайте нас