Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2022, 06:45

Йыр-моңға бай - Күгәрсен!

Уҙған аҙнала район мәҙәниәт һарайында “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтары фестивале сиктәрендә үҙешмәкәр ижад коллективтарына “халыҡ”, “өлгөлө” исемдәрен биреү, булғандарыныҡын ҡабаттан раҫлау сараһы үтте.  Ике тиҫтәнән ашыу ижади коллектив абруйлы комиссия алдында лайыҡлы сығыш яһаны һәм үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте.

Йыр-моңға бай  - Күгәрсен!Йыр-моңға бай  - Күгәрсен!
Йыр-моңға бай - Күгәрсен!

Сығыштарҙы абруйлы баһалама төркөмө -  Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге начальнигы Әхмәтйәнова Эльвира Искәндәр ҡыҙы, вокал-хор жанры буйынса әйҙәүсе белгесе Кондакова Наталья Михайловна, ижади жанрҙар буйынса әйҙәүсе белгесе Нурмөхәмәтова Нәзифә Айтуған ҡыҙы, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Әбүбәкиров Дамир Абдулла улы баһаланы.

Әйткәндәй, был үҙешмәкәр коллективтар район, республика сараларында әүҙем ҡатнаша, төбәк, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаттары булып тора. Фестиваль уларҙың юғары художество кимәлен һәм башҡарыу оҫталығын сағылдырҙы, районда коллективтарҙың йылдам үҫешеүен, репертуарҙарын яңыртыуҙарын күрһәтте.

Фотолар мәҙәниәт бүлеге сайтынан алынды.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас