

Әнисә Бикбулат ауылында Рәшиҙә апай менән Алтынғужа ағайҙың күп балалы ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә. Тирә-яҡҡа балта оҫтаһы булараҡ дан алған атаһы йәштән ҡыҙын урманға утын бысырға, туғайға бесән сабырға йөрөтә. Тыуған ауылында 8-се класты тамамлағас, класташтары менән Мораҡ урта мәктәбенә уҡырға инә. Ул йылдарҙа ҡыҙ балаларҙы һауынсы, ашнаҡсы һөнәренә, ә егетәрҙе тракторсылар әҙерләү курстарына йөрөтөү практикаһы бар ине. 1985 йылда Бикбулат ауылының сая ҡыҙы егеттәр менән бер рәттән тракторсы һөнәрен үҙләштереп, ер һөрөү бәйгеһендә 2-се урын яулай.
Ғәҙәттә, ысын мәғәнәһендә ергә ереккән, ауыл тормошонан биҙмәй, уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренә бирешмәй йәшәгәндәр ауыҙ-тел ижадына ла, халыҡ йолаларына ла иғтибарлы һәм ихтирамлыбулалар. Сығарылыш класын тамамлаған уҡыусыһын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу апай Өфөгә Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инергә өгөтләй. Уңышлы ғына уҡып йөрөгән студент ҡыҙ ауылын һағынып, күп балалы ата-әсәһен йәлләп, Өфөнөң таш урамдарын ерһенмәй ауырып китеп, 2-се курсты тамамлар алдынан ғына кире Бикбулатҡа ҡайта.
“Һөнәрленең ҡулы ете” тигәндәр боронғолар. Бөтә илде ҡаҡшатҡан 90-сы йылдарҙа ла ауырлыҡтарға бирешмәй Әнисә. Һауынсы булып та эшләп ала, алып-һатыу эшен дә алып бара.
- Тауар тип Мәскәүгә, Екатеринбургҡа, Силәбегә йөрөүҙәремде берсә шатланып, берсә көрһөнөп иҫкә алам. Шул тиклем ҙур ҡалаларға нисек ҡурҡмайынса йөрөгәнбеҙҙер инде. Дәртле һәм бер нәмәнән ҡурҡмаған саҡ, йәшлегем менән йөрөгәнмендер инде, - ти мәҡәләбеҙ геройы.
Үҙе нисектер, әммә уның эргәһендә йөрөгән әхирәттәренә тыныс булғандыр, тимен. Сөнки Әнисәнең кешене ҡыйын хәлдә ташлай, уға хыянат итә торған ғәҙәте юҡ. Киреһенсә, ауыр хәлгә тарығандарға ярҙам итергә ашыға ул.
Бына байтаҡ йылдар инде Әнисә Алтынғужа ҡыҙы райондың алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларының береһе “Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәтенә етәкселек иткән тормош иптәше менән бергә эшләй, уның уң ҡулы, бөтә һорауҙарҙа төп ярҙамсыһы, кәңәшсеһе булып тора. Олег Геннадьевич та, Әнисә Алтынғужа ҡыҙы ла кабинетта ғына ултырмайҙар, һәр саҡ эшсәндәр араһында, хужалыҡтың бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрен көйләйҙәр, эштәрен теүәлләйҙәр.
Әнисә Алтынғужа ҡыҙының һәр минуты, һәр сәғәте ҡара таңдан ҡояш байығансы иҫәпле. Ураҡ ваҡытында келәттә иген тейәп килгән “КамАЗ” дарҙы ҡаршы алып, үлсәүгә баҫтырып, рейстарын теркәп, иген күләмен иҫәпкә алып, килгән, бушатҡан һәм кире киткән ваҡытын билдәләп оҙатып ҡалыу, яҙлы-көҙлө һабанда, сәсеүҙә булған, йәйен уңыш йыйған механизаторҙарҙы, эшселәрҙе ялан булап йөрөтөп туҡландырыу, аҙыҡ-түлек, йәмғиәткә кәрәк-яраҡ, хатта боҙолоп ултырған техникаға запас частар алып ҡайтыу ҙа тәү ҡарашҡа ғына көсһөҙ булып күренгән гүзәл ханымдың төп эштәренең бер өлөшө генә. Төнмө-көнмө, кәрәк булһа район үҙәгенә, Өфөгә юлланыуҙар, тирә-яҡ ауылдарҙағы халыҡты пайға төшкән ашлыҡ менән тәьмин итеүҙәр – әле былары күҙгә күренгән оло эштәр, ә башҡа ваҡ-төйәге, ыбыр-сыбыры, үҙ йортондағы мәшәҡәттәре - нисек өлгөрә икән Әнисә ханым тип аптырап та ҡуйырһың.
Ауыл эшсәндәренең иң ҙур, иң күркәм байрамы Һабантуй икәне күптәргә мәғлүм. Ә шул байрамды ойоштороу, уҙғарыу өсөн бик күп көс талап ителә. Хужабикәһе Әнисә Николаева булған тирмәнең һәр йыл призлы урындар алыуына ғәжәпләнәһе түгел, ойоштороусыһы, әйҙәүсеһе үҙе уңған хужабикә. Тирмәне биҙәүселәрҙе, ҡороусыларҙы ҡеүәтләргә лә,ауылдаштарынан йөрөп урын-йыһаз кәрәк-яраҡтарын йыйып алырға ла, тәмле-тәмле ризыҡтар бешерергә лә, ҡулынан килгәнсә апай-һеңлеләрҙе дәртләндерергә лә, матди ярҙам күрһәтергә лә, һабантуйҙың бер-бер артлы барған ярыштарында ҡатнашырға ла өлгөрә ул. Ә биленә алъяпҡысын быуып, яулығын сөйөп бәйләп, киң һелтәп, һәлмәк баҫып бесән сабыуҙарын бер күргән кеше был күренеште мәңге онота алмаҫ. Бына ҡайҙа ул ысын башҡорт ҡатындары тиер. Зауыҡ менән генә кейенгән, үҙен ҡарап, тәрбиәләп кенә йөрөгән, елдән етеҙ машинала йөрөгән Әнисә бөтөн күңеле менән ауыл ҡыҙы. Балалары - улы Азат менән ҡыҙы Ирина ла ата-әсәһе янында ауыл хужалығында эшләйҙәр, тимәк,хеҙмәт династияһы дауам итә.
Роза ХӘМИТОВА.
Йомағужа ауылы.