

Миңзәлә 1971 йылда Күгәрсен ауылында Фатима һәм Миңнислам Вәлитовтарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килә, уларҙың иң бәләкәй ҡыҙҙары ул. Мәктәптә лә яҡшы уҡый, уны уңышлы тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә һәм “Октябрь” совхозында эш башлай.
Күгәрсен егете Ирек Ислам улына кейәүгә сығып, ул һәм ҡыҙ үҫтерҙеләр. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап тәртипле, уңған булып үҫтеләр. Ҡыҙҙары Салауат ҡалаһында медицина өлкәһендә эшләй, кейәүе менән ике бала үҫтерәләр. Үкенескә күрә, буй еткергән улдарының ғүмере иртә өҙөлдө. Ауыр бала ҡайғыларын кисергән әсәй бар һөйөүен ейәндәренә, ҡыҙына, тормош иптәшенә, ҡартайып, ярҙамға мохтаж булып көн күргән ҡәйнә менән ҡайныһына, яратҡан эшенә бирә.
Кеше үҙ эшен яратып башҡарғанда ғына уңышҡа өлгәшә, тиҙәр. Был һүҙҙәр Миңзәлә һылыуға хаҡлы рәүештә ҡағыла. Миңзәлә Миңнислам ҡыҙы үҙенең ике туған һеңлекәше Якиева Рәфиә Миңлебай ҡыҙы менән бергә эшләйҙәр, бик татыуҙар.
Рәфиә Мәләүез ҡалаһында технология техникумын тамамлаған. Ул да бәхет эҙләп ситкә сығып китмәгән, ауыл егете Якиев Эльвир Насрулла улына кейәүгә сығып, ауылда йәшәргә ҡалалар. Ике ҡыҙҙары бар. Бәләкәйҙән тырыш Рәфиә лә үҙ эшенә яуаплы ҡарай, эшен яратып һәм теләп башҡара. Шуға ла Миңзәлә менән Рәфиә уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың һәм ата -әсәләрҙең ҙур ихтирамына ирештеләр. Көнөнә нисә тапҡыр рәхмәт һүҙҙәрен ишетә икән улар? Үҙ хеҙмәтең өсөн йылы һүҙҙәр ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡтың, бәхеттең булыуы мөмкинме! Һәр ваҡыт шулай аштарығыҙ тәмле, үҙегеҙ алсаҡ булып, рәхмәттәр ишетеп кенә йәшәгеҙ, Күгәрсен уңғандары.
Әлисә МАННАНОВА, Күгәрсен урта мәктәбе директорының тәрбиә буйынса урынбаҫары.