Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь 2022, 05:12

Башҡортостан Башлығына һорау бирегеҙ

27 октябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Башҡортостан-24, "Вся Уфа", "Сәләм", UTV каналдарының тура эфирында һәм "Юлдаш" радиоһы аша республика халҡының мөһим һорауҙарына яуап бирәсәк. Сара 19.00 сәғәттә башлана.

Республика етәксеһенә һорауҙы ике ысул менән бирергә мөмкин:

-  Башҡортостан Башлығының "Бәйләнештә" һәм "Класташтар" социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһенә комментарий рәүешендә ебәрергә;

- видеомөрәжәғәт яҙҙырып, уны төбәк етәксеһенең рәсми сайтында https://glavarb.ru/rus/ һылтанмаһы буйынса махсус бүлеккә һалырға кәрәк.

Һорауҙарҙы нисек дөрөҫ ебәреү тураһында махсус видеоинструкцияла белергә мөмкин.

"Тура бәйләнеш"тең трансляцияһын Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә лә ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Автор:
Читайте нас