Руслан Абдуллин, үҙешмәкәр йырсы, режиссер:
- Матурлыҡтың сере ниҙә һуң? Быны әлегәсә бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ күрер күҙгә әллә ни сибәр ҙә түгел, ә көслө заттар уны алиһә итеп күрә. Икенселәре - ҡойоп ҡуйған сибәр ҙә, аҡыллы ла, әммә ир-егет уларҙан ситләшә... Ә минеңсә, кешенең тышҡы ҡиәфәте түгел, күңел матурлығы мөһим.
Төрлө кеше төрлөсә күрә матурлыҡты: берәүгә көҙгө ямғыр, икенселәргә урылған иген баҫыуҙары, йортҡа ҡайтып ятҡан бесән еҫе, ҡураға теүәл ингән мал-тыуар. Һәр бер кеше үҙенең күңел матурлығынан сығып күрә, аңлай, ҡабул итә...
Матурлыҡты бөтә нәмәнән дә табып була. Йырсы булараҡ, йырлаған йырыңда, һүҙҙәрендә. Оҡшамаған йырҙы йырлап та булмай бит...
Быға тиклем матурлыҡ тураһында улай төплө уйланған юҡ ине. Чехов әйтмешләй, кешелә бөтә нәмә матур булырға тейеш: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйҙары ла.