Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2022, 04:44

Өлгөлө атай

Кисә “Торатау” конгресс-холында республиканың иң өлгөлө атайҙарын бүләкләнеләр,  “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһын тапшырҙылар.  Юғары награда алыусылар араһында беҙҙең райондың өлгөлө атайҙарының, абруйлы ир-егеттәренең береһе Йәмил Зәки улы Баймырҙин да бар.  Йәмил Зәки улын юғары награда алыуы менән беҙ ҙә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Беҙҙең районда ғаиләһенә терәк-таяныс булған шундай өлгөлө атайҙарҙың булыуына һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ!

Өлгөлө атайӨлгөлө атай
Өлгөлө атай

Йәмил ағай ҡатыны Гөлдәр Адис ҡыҙы менән биш балаға – Ынйы, Нәркәс, Миләүшә, Юлдаш һәм Иштуған исемле матур ҡыҙҙарға һәм батыр улдарға ғүмер бүләк иткән, уларға матур тәрбиә бирә.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас