

Ирғәле үҙе төптән Аралбай ауылынан. Ғүмерҙәрен тынғыһыҙ колхоз эшенә бағышлаған әсә-атаһы – Ғәлиә Ярулла ҡыҙы менән Хөснулла Әхмәҙулла улы ете балаһын да ауыл эшенә өйрәтеп, “хәләл көс менән тапҡан тәмлерәк була” тип тәрбиәләй. Атаһына эйәреп комбайнға ултырғанда Ирғәленең 4-се класта уҡыған мәле генә була. Әсәһе һауынсы булғас, кинйә тип наҙланмай ғына уға ағай-апайҙарына эйәреп гектарлап сөгөлдөрөн дә утарға тура килә. Семен-Петровский урта мәктәбен тамамлағас, водитель һөнәрен үҙләштерә. Тик армиянан ҡайтҡас, күңеле төҙөлөш эштәренә нығыраҡ ята. Район үҙәгендә эшләгән ”Етегән” кооперативында төҙөлөш бригадаһында йөрөп, үҙен алтын ҡуллы балта оҫтаһы итеп күрһәтә. Әлеге ваҡытта ла оҫта ҡулдары менән ғаиләһенә табыш индерергә әмәлен таба. Күркәм булмышлы, моңло тауышлы дин әһелен аят, йәиһә йыназа уҡырға ла йыш саҡыралар.
Икенсе яртыһы – Яҡшембәт һылыуы Гөлфиә Зиннәтулла ҡыҙының да исеме район халҡына яҡшы таныш. Мораҡ үҙәк район дауаханаһының неврология бүлегендә эшләүсе шәфҡәт туташы хаҡында “массажды оҫта эшләй”,”ҡулдары тылсымлы”тигәндәрен унда дауаланыусыларҙан йыш ишетергә тура килә.
Изгелекле ата-әсә өлгөһөндә үҫкән ҡыҙҙар – Илүзә, Илзидә, Гөлшат инсафлы, рухлы, тырыштар. Ә иң өлкәне – Әхмәҙулла хәҙер үҙе һөнәрле, ата-әсәһенә лә, бөрлөгәндәй өс бөртөк һылыуына ла ныҡлы терәк-таяныс булып тора.
- Иң мөһиме – донъяла хәләл көс, намыҫ менән йәшәү һәм кешеләргә изгелек эшләү! – ти Исҡужиндар.
Иманлы ғаиләлә изгелеккә ынтылышлы булып үҫкән балаларҙың да киләсәктә йәмғиәттең тотҡаһы булырына, еребеҙҙе нурлап йәшәйәсәгенә өмөт ҙур.