Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
21 Октября 2022, 04:36

"Беҙҙең ашнаҡсы"

Түкәт ауылында тыуып үҫеп, ошо ауылда йәшәгән Гәүһәр Ғәйнулла ҡыҙы Байғүбәкованы ауылдаштары “беҙҙең ашнаҡсы” тип йөрөтә. Ни өсөн тигәндә, ауылда ниндәй генә ҙур табындар, ҡорбан ашы әҙерләү булмаһын, барыһына ла мотлаҡ уны йәлеп итәләр. Ҡулы ла еңел, аш-һыуға ла таҙа, тиҙәр уның хаҡта.

 Гәүһәр апай хәҙер хаҡлы ялда. Бығаса  социаль хеҙмәткәр булып эшләгән, өлкән йәштәге ауылдаштарын ҡараған.

 - Төрлө эштәрҙә йөрөнөм, иҙән дә йыуҙым, һыйыр ҙа һауҙым. Эш башлауым шул һауынсылыҡ менән бәйле. Һигеҙҙе бөткән йылы эшкә урынлашҡайным. Иҫәнғолда торғанда ла һауынсы булдым. Бында ҡайтҡас, клубта иҙән йыуҙым, Нуҡай мәктәбендә ашнаҡсы ла булып эшләнем.  Өй һалып сыҡтыҡ. Ҡустым менән бергә торабыҙ. Өс бала үҫтерҙем. Улдарым да, ҡыҙым да күҙле-башлы, үҙҙәренең донъялары бар. Ейән-ейәнсәрҙәрем бар, Аллаға шөкөр, - ти Гәүһәр Ғәйнулла ҡыҙы тормошо тураһында бәйән итеп.

Ишле мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт көтөп, мул итеп баҡса үҫтереп, матур  донъя көтә ул апай.

- Ауылда рәхәт, бер ҡайҙа ла ташлап киткем килмәй. Ауылыбыҙ матур, кешеләре лә һәйбәт. Эшләгән саҡта ҡараған инәйҙәрҙең күбеһе мәрхүмә инде.  Мин ҡарағандарҙан күрше әбей генә иҫән. Барып, хәл белешеп, кәрәк булһа, ярҙам итеп китәм. Ураҙа ваҡытында сәхәр эсерергә, ауыҙ астырырға йөрөнөм. – Гәүһәр апай ауылдаштарын, айырыуса өлкән быуынды яҡын күрә, хөрмәт итә. – Ғүмер көҙө һәр кемгә лә килә. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә, инәй-олатайҙарға ярҙам итеп тороу сауаплы итер. Хәйер, уларға ябай иғтибар ғына ла етә, барып хәл белешһәң дә, йә сәйгә саҡырып алып, һөйләшеп кенә ултырһаң да, риза булып тороп ҡалалар, - ти ул.

"Беҙҙең ашнаҡсы"
"Беҙҙең ашнаҡсы"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас