Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Октябрь 2022, 05:04

Бикбулат еренең бәрәкәтен арттырып

 Серле тауҙар ҡуйынына һыйынған йәмле Бикбулат ауылы эшкә таһыл, тормошҡа сәмле уңғандары менән дан тота.  Рәмилә һәм Сәғҙәт Баймырҙиндар ҙа - үҙҙәрен яҡты донъяға яралтҡан төбәкте ғүмерлеккә төйәк итеп, намыҫлы эше һәм күркәм холоҡ-фиғеле менән уның ырыҫын меңгә тапҡырлап йәшәүсе ифрат һоҡланғыс кешеләр.  Ғаилә башлығы - Сәғҙәт Хәмзә улы ярһыу йәшлегендә шомло Афған ерендә утты-һыуҙы кисеп ҡайтҡан ил батыры. Алтын ҡуллы балта оҫтаһы, булдыҡлы ир аҫылы ул. Булмышында гүзәл заттың бар нәзәкәтлеге сағылған Рәмилә Әхмәт ҡыҙы ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған тәжрибәле уҡытыусы ла, талымһыҙ йөрәкле уңған хужабикә лә, дүрт балаһы өсөн йән атып тороусы изгелекле әсә лә. Мораҡ башҡорт гимназияһының филиалы – Бикбулат мәктәбен намыҫ менән етәкләүенә лә биш йыл булып килә.       

Бикбулат еренең бәрәкәтен арттырыпБикбулат еренең бәрәкәтен арттырып
Бикбулат еренең бәрәкәтен арттырып

 Рәмилә Әхмәт ҡыҙының иңдәрендә тауҙай бурыстар ятһа ла, бер аһ-зарҙы белмәй, тормош йәмен тынғыһыҙ эштә табырға ғәҙәтләнгән. Оптимистик рух, эшһөйәрлек уға бәләкәйҙән, элегерәк ҡымыҙ оҫталары булараҡ район халҡына яҡшы таныш булған ата-әсәһе – алты бала тәрбиәләгән Әхмәҙулла Закир улы менән Заһира Йәнғәле ҡыҙы Кинйәбаевтарҙан бирелгән.

 Сәғҙәт ағай ҙа һигеҙ бала тәрбиәләнгән татыу һәм эшһөйәр ғаиләлә тыуып, бәләкәйҙән ауыл эше менән сынығып үҫкән ныҡлы совет быуынынан. Армия сафын үткәндә йылы хаттары менән классташ ҡыҙҙың йөрәгенә юл ярып, утлы яуҙан ҡайтҡас һылыуға ғүмер юлын артабан бергә-бергә үтергә тәҡдим яһай. Атаһы нигеҙен һыуытмайынса, өр-яңынан мөһабәт йорт һала, өйҙәренә нур өҫтәп тыуған дүрт мөхәббәт емешенә, һөйөклөһөнә ныҡлы иңен ҡуя.

 Ләйсән, Айтуған күптән һөнәрле, игеҙәктәр – Алһыу менән Саматтың абруйлы уҡыу йорттарында белем алған саҡтары. Бала уҡытыуы ла хәстәрлекле ата-әсә өсөн шатлыҡлы мәл генә. Ҙур шәхси хужалыҡ тотоп, баҡса үҫтереп, ауыл еренең йәмен тойоп йәшәй Баймырҙиндар.      

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас