“Әл-Фәттәх - тәҡүәлеләрҙең күңелдәренә иман нуры һала, Үҙенә килеү юлын ҡыҫҡарта. Ҡолдарына бөтөн еңеллек ишектәрен асыусы, еңеләйтеүсе һәм ниғмәттәрен ҡолдарын алдына йәйеүсе.
Иртәнге намаҙҙан һ ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, әлеге гүзәл исемде 70 мәртәбә ҡабатлаған кешенең йөрәге иман нуры менән тулыр, уны даими ҡабатлаусы һәм ваҡыт эштә еңеүсе булыр” тиелә “Доғалар” китабында.
Әл-Ғәзиз - Бөйөк, Ҡөҙрәтле, Еңелмәҫ тигәнде аңлатҡан Аллаһы Тәғәләнең был күркәм сифатлы исеме лә ул китапта телгә алына:
“Аллаһы был исемде 40 көн дауамында һәр көн 40-ар мәртәбә уҡығандарҙың дәрәжәһен күтәрә һәм һәр төрлө бәләләрҙән һаҡлай. Уны иртәнге намаҙҙан һуң ҡабатлаған кеше Хоҙай рәхмәте менән бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәйәсәк”.
Әл-Жәәмиғ- Йыйыусы, Ҡиәмәт көнөндә бар мәхлүктәрен бергә Туплаусы.
“Теләгәнен теләгән ваҡытта, теләгән урында бергә туплаусы. Таралған нәмәләрҙе йыйыу, беҙ, кешеләр өсөн генә ауыр. Аллаһы Тәғәләлә иһә үлеп туҙан хәленә килгән кешеләрҙе лә бер ниндәй ауырлыҡһыҙ туплаясаҡ.
Һуғыш, ер тетрәү, һыу баҫыу йәки башҡа фажиғәле хәлдәрҙә юғалтҡан туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе табыу, йәнә бергә йыйыу-туплау өсөн, духә намаҙы алдынан ғөсөл ҡойоноп, ҡулдарҙы өҫкә күтәрергә һәм әлеге исемде 10 мәртәбә уҡырға кәңәш ителә. Исемде ҡабатлағанда, бармаҡтарҙы бөгөп барырға.
Мал йәки кем дә булһа хәбәрһеҙ юғалғанда, түбәндәге доғаны уҡыйҙар:
«Аллааһүммә йәә жәмшүн-нәси лийәүмин лә райбә фииһи, ижмәг даләәти».
Әл-Мүъмин – Ышаныслы, һәр төрлө бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаусы.
“Ҡолдарына именлек һәм тыныслыҡ биреүсе, иман шәрәфе менән шәрәфләндергән Зат, тимәктер. Аллаһы бөтөн именлек һәм тыныслыҡтың берҙән-бер сығанағы. Кеше зәғиф тәбиғәтле булып яратылған, бөтә нәмәнән ҡурҡыр. Аслыҡ, зилзилә (ер тетрәү), бәлә-ҡаза һәм башҡа афәттәрҙән бары тик Аллаһҡа инанған кеше генә ҡурҡмаҫ. Ул үҙен яралтҡан бөйөк Заттың уны хужаһыҙ, бер үҙен ҡалдырмаҫына ышаныр. Сөнки Уның бер исеме «Әл-Мүъмин»дер — яратҡан мәхлкәткә именлек һәм тыныслыҡ бирәсәк” тип яҙалар үрҙә телгә алынған китапта һәм нимәнән булһа ла ҡурҡҡанда, әлеге исемде 630 мәртәбә ҡабатларға кәрәк тип кәңәш итәләр.
“Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте сикһеҙ — шик-шөбһәләрегеҙҙе таратыр. Уны шулай уҡ төрлө ҡурҡыныс хәлдәрҙән һаҡланыу өсөн дә уҡыйҙар”
Шулай уҡ Аллаһы Тәғәләнең тағы ла бер ҡөҙрәтле исемдәренең береһе ул - Әл-Үәкиил - Үҙенә һыйындырыусы (йән эйәләре бары тик Уға ғына таянырға, тәүәккәл итергә тейеш тигән мәғәнәлә).
“Аллаһы Тәғәләне үәкил итеп, эштәрен төҙәтеүсе, дөрөҫ юлға ҡуйыусы. Иң яҡшы Үәкил - Аллаһтыр. Ләкин Уны эштәребеҙҙә нисек Үәкил итеүебеҙҙе белеү кәрәк.
“Аллаһы Тәғәләнең был гүзәл исемен даими ҡабатлаған кешене бәлә-ҡазалар ситләп уҙыр. Һыуға батыуҙан, янғында йәки башҡа фажиғәле хәлдәрҙә һәләк булыуҙан ҡурҡҡандарға шулай уҡ был исемде ҡабатлау яҡшы” ти дин әһелдәре.
Һүрәт асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.