"Айыҡ ауыл-2022" конкурсында ҡатнашҡан Хоҙайбирҙин ауылынан да махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар бар. Әле кисә генә улар тағы бер уланын ил һаҡларға оҙатты.
Ауыл ағинәйҙәре йәш егетте беҙҙең халыҡҡа ғына хас йола - аҡ (һөт) эсереп, сөсикмәк тешләтеп алып ҡалды. Уны киптереп, егет ҡайтҡансы ҡулъяулыҡҡа төрөп һаҡлаясаҡтар. Тыуған нигеҙендә ризығы көтөп торһа, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыр тигән ышаныс бар. Борондан килгән был йоланың тергеҙелә барыуы ла хуплауға лайыҡ.
- Был йоланы әсәйемдән күргәйнем. Беҙҙең ғаиләлә алты малай үҫте, шуның бишәүһе армияла хеҙмәт итте. Әсәйем сөсикмәк бешереп, тешләтеп алып ҡала ине. Ҡайтыуын көтөп ята, ризығы ҡалғас, мотлаҡ ҡайта ти торғайнылар. Ә һөт ул аҡ юл, юлы уңып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуына ишара. Әсәйем беҙ ҡайтһаҡ та алдыбыҙҙан тулы һөтлө банкамы, сүмесме тотоп үтер ине. Бәлә-ҡазаһыҙ, иҫән-һау ҡайтып етеүебеҙгә юрап, - ти ошо йоланы атҡарыусы Гөлфиә апай Ихсанова.