

Исем ауылында йәшәгән Люциә апай менән Әлфәт ағай Яҡуповтар хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ именлегенә арнап ҡорбан салдырҙы.
- Тормош иптәшем менән һөйләшек тә, мөмкинлегебеҙ бар, күңелдәр ҙә тынысланыр тип, илебеҙ имен булыуын, тыныслыҡ урынлашыуын, махсус операцияла ҡатнашҡан һәр милләттәшебеҙ, яҡташыбыҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, ҡорбан салдырырға булдыҡ.
Түкәт, Етеболаҡ, Мораҡ ауылдарынан дин әһелдәре килде. Аҙан тауыштары яңғыратып, күмәкләп доғалар ҡылдыҡ, теләктәр теләнек.
Исем ауылының ағинәйҙәренә рәхмәт, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, табын ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәттеләр. Ҡорбан ашынан ауыҙ итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт, изге теләктәребеҙ ҡабул булһын, ғүмерҙәр ҡыйылмаһын, әсәләрҙең күҙ йәштәре түгелмәһен, - ти Люциә Рауил ҡыҙы тәьҫораттары менән уртаҡлашып.