Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2022, 04:29

"Ағинәй юлы" дауам итә

Мәҡсүттәр башлап ебәргән милли-мәҙәни эстафетаның сираттағы туҡталышы Үрге Мөрсәләй ауылында булды. Дөмбәй ағинәйҙәре рухи сылбыр осон Халыҡ-ара икмәк көнөнә арналған әһәмиәтле сара менән бәйләне. Ауылдың әүҙем үҙешмәкәр артистары йөкмәткеле шиғырҙар һөйләне, йырҙар, бейеүҙәр башҡарҙы. Өлкән быуын иһә икмәк ҡәҙере тураһында тәьҫораттары, уйланыуҙары менән уртаҡлашты.  Йома сәйенән алда хәрби операцияла ҡатнашҡан милләттәштәребеҙ именлеге, ил тыныслығы өсөн аят бағышланды.  Сара тураһында тулы мәҡәлә район гәзитендә баҫылыр. 

"Ағинәй юлы" дауам итә"Ағинәй юлы" дауам итә
"Ағинәй юлы" дауам итә

Автор фотолары. 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас