

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең көндәлек ауыр хеҙмәтен күреп торабыҙ: ҡыш юл өҙөклөгө булғаны юҡ, буранда ла көн-төн эшләп, хатта төпкөл ауылдарға барып етәләр, яҙ етһә, юлдарҙы ремонтлау, соҡор-саҡырҙарҙы ямау, сүп-сарҙан таҙартыу, буяу эштәре башлана, йәйге көндәрҙә ҙурыраҡ, күләмле эштәргә тотоноу яйын табалар – юлдарға, урамдарға асфальт һалына, райондағы бер генә төҙөлөш объекты ла улар ҡатнашлығынан тыш төҙөлмәй, ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереү эштәре уларһыҙ үтмәй. Ниндәй генә һауа торошо, тәүлектең ниндәй генә ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, улар беҙҙең өсөн эшләй, юлдар һала, таҙарта – ҙур эш башҡара. Юл хужалығы тармағында намыҫ менән эшләүселәр араһында Санъяп ауылы егете Фәнүз Мөхәмәтйәнов та бар.
Малай сағынан техника, айырыуса тракторҙар менән ҡыҙыҡһынған Фәнүз тыуған ауылындағы туғыҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, күңел ҡушыуы буйынса Мораҡтағы 90-сы һөнәрселек лицейына уҡырға килә. Тракторсы һөнәрен алғас, әрме сафына саҡырыла. Тыуған ил алдындағы изге бурысын Мәскәү ҡалаһында эске ғәскәрҙәрҙә үтеп ҡайта. Сынығып, нығынып ҡайтҡан егет тәүге бер нисә йылда төрлө өлкәлә эшләй, төрлө эштәрҙә йөрөй. Аҙаҡ юл төҙөү-ремонтлау идаралығына урынлаша. Йәш егетте тәүҙә тракторға ултырталар, аҙаҡ асфальт һалыу машинаһын ышанып тапшыралар. Һынатмай Фәнүз. Үҙбурыстарын намыҫ менән, белеп башҡара, эшенә яуаплы ҡарай. Эшләү дәүерендә үҙен техника йәнле оҫта белгес итеп танытып та өлгөрә. Техникаһы эштә һынатмаһын өсөн ул уны даими ҡарап, ремонтлап та тора.
Асфальт һалыу миҙгеле тамамланғас,Фәнүз “К-700” тракторын ауыҙлыҡлап,ауылдарға юлдар яра, урамдарҙы ҡарҙан таҙарта, беҙгә лә йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдыра. Бына шундай улар, ал-ял белмәй, ямғыр йәки ҡар яуып тороуға ҡарамаҫтан, тырышып эшләгән, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булыдырыуға үҙҙәренең тос өлөшөн индергән ябай эшсәндәр. Фәнүз Мөхәмәтйәнов кеүек оҫталар булғанда юлдарҙың сифаты һәм уңайлылығы өсөн борсолаһы түгел.