Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
15 Октября 2022, 10:10

Һынамыштар

*Көҙ көнө ағас япраҡтары ҡойолмаһа – халыҡҡа ауырлыҡ, ҡайын ағасында япраҡ ҡалһа – ҡатындарға ауырлыҡ, имәндә япраҡ күп ҡалһа – ирҙәргә ауырлыҡ булыр.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

* Көҙ йылы килһә, ҡыш оҙон була.

*Көҙ көнө ағас япраҡтары ҡойолмаһа – халыҡҡа ауырлыҡ, ҡайын ағасында япраҡ ҡалһа – ҡатындарға ауырлыҡ, имәндә япраҡ күп ҡалһа – ирҙәргә ауырлыҡ булыр.

*Көҙгә табан ҡырмыҫҡа иләүҙәре ҙурайһа, ҡыш ҡаты килә.

*Көҙҙән иртә ҡар яумаһа, алғы йәйҙең иген уңышы насар булыр.

*Турғай түбәндән осһа, көҙ ҡыҫҡа булыр.

*Үрмәксе ауы күбәйһә, көҙ сыуаҡ, ҡыш һалҡын булыр.

*Көҙөн япраҡтар дәррәү ҡойолһа – йыл яҡшы, ә һуңлап һәм аҡрын ҡойолһа – көйһөҙ һәм насар килер.  

*1 октябрҙә торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
*Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
*Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.
*Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.
*Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас