Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
12 Октябрь 2022, 07:21

Яңы бойороҡҡа ҡул ҡуйылды

Мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә республика тарафынан ниндәй ярҙам саралары күрһәтеләсәк?

Яңы бойороҡҡа ҡул ҡуйылдыЯңы бойороҡҡа ҡул ҡуйылды
Яңы бойороҡҡа ҡул ҡуйылды

 

Республика көнөндә Радий Хәбировтың мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса бойороҡҡа ҡул ҡуйыуы тураһында билдәле булды. Был турала ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында барған йыйылышта иғлан итте.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, бойороҡта эш урындарын һаҡлауҙың, кредиттар буйынса льготаларҙың, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең федераль гарантияларына өҫтәмә рәүештә яугирҙәрҙең ғаиләләренә республиканан 30-ға яҡын ярҙам сараһы ҡаралған.

– Улар балалар баҡсаһына ҡабул итеүгә, баланы тәрбиәләүгә, балаларҙы туҡланыу менән тәьмин итеүгә, йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүгә, балалар һауыҡтырыу лагерҙарына юлламаларға, колледж уҡыусыларын һәм студенттарҙы йылы аш менән тәьмин итеүгә ҡағыла. Оло йәштәге туғандары һәм инвалидтар өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр менән файҙалана ала. Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә “Жилстройсбережение” торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау программаһы шарттары еңелләштереләсәк, Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды аша баҙар хаҡынан түбәнерәккә торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге биреләсәк. Ошондай ярҙам саралары күп булыр – тине Башҡортостан Башлығы.

Уның һүҙҙәренсә, республика яугирҙәр, уларҙың туғандары, яҡындары хаҡында ҙур хәстәрлек күрәсәк, иғтибарҙан айырмаясаҡ. Район, ҡала хакимиәттәре яугирҙәрҙең ғаиләләренә тормош-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙамлаша.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Автор:
Читайте нас