

Мәүлиҙә инәй төптән Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан. Хеҙмәт юлын үҙенең тыуған ауылында башлаған уҡытыусыға Миәкә, Архангель, Ишембай, Бөрйән... – ниндәй генә район мәктәптәрендә эшләп, көс һынарға тура килмәгән. Һөйөклөһө менән Ялсы ауылын ғүмерлеккә төйәк иткәс, хаҡлы ялға сыҡҡансы Семен-Петровский урта мәктәбендә уҡыта. Күпме быуын балаларына йөрәк йылыһын берҙәй өләшеп, сифатлы белем биреп, иңдәренә ҡанат ҡуя, уларҙы ҙур тормош юлына баҫтыра. Уҡытыусының изгелеген уҡыусылары һаман да онотмай, һөнәри байрам көндө үҙен ихлас ҡотлап уны ихтирам-хөрмәткә сорнай.
Халыҡ мәнфәғәте өсөн йәнен аямаған Мәүлиҙә менән Факил Сәғитовтар дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы илебеҙҙең лайыҡлы ул-ҡыҙҙары итеп үҫтерер өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Ҡыҙҙары – Гөлнара, Рәсимә әсәләренә оҡшап мәғариф өлкәһендә эшләй, Салауат ҡалаһында йәшәгән Айгөлдәре - полиция майоры. Иң кесеһе, ата-әсәһенең уң ҡулы, терәге булған Фазыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъяларҙан бик йәшләй китә. Кинйәләрен юғалтыу ғазабынан, яҙмыш рәхимһеҙлегенән әрнеп тә, тормошҡа, кешеләргә булған оло мөхәббәтен, йәшәүгә сәмен һүрелтмәй улар. Йән төбәгенә әүерелткән Ялсы ерен йәмләп, был төбәктең рухи тотҡаһы булып йәшәй уңғандар.