Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Октябрь 2022, 06:05

Бына шундай ҡыпсаҡ ҡыҙҙары!

Өлөшләтә мобилизацияланған яҡташ ир-егеттәребеҙҙең Пенза ҡалаһында хәрби әҙерлек үтеүе һәм уларға райондан бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам ебәрелеүе хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Сираттағы гуманитар ярҙамды тапшырыу өсөн алыҫ юлға Айгөл Сафина  юлланды.  Ҡатын кешенең яңғыҙ ғына шундай алыҫ юлға юлланыуын ишеткән күптәр хайран ҡалһа, уны яҡындан белгәндәр “Айгөл бит ул!” тип кенә ҡуя. Әйткәндәй, Айгөл алыҫ юлға икенсегә сыға – бер нисә йыл элек бер үҙе генә Мәскәү ҡалаһына барып ҡайтҡан.

Бына шундай ҡыпсаҡ ҡыҙҙары!Бына шундай ҡыпсаҡ ҡыҙҙары!
Бына шундай ҡыпсаҡ ҡыҙҙары!

Район етәкселеге, Юлиә Яҡшығолова, Ләйсән Гловлюк, Ләйсән Киленбаева башлап ебәргән изге башланғысҡа  күптәр дәррәү ҡушылғас, байтаҡ әйберҙәр йыйыла һәм Айгөл алып китергә тейеш посылкалар ҙа еңел машина эсенә генә һыймай.

- Өлөшләтә мобилизацияланғандар араһында яҡындарым юҡ, әммә сборға киткән егеттәргә һәм улар өсөн янып-көйгән яҡындарына әҙ булһа ла ярҙам итеү теләгем шул тиклем көслө, шуға ла һис икеләнмәнем. Машинамдың фаркобы юҡ ине, тиҙ арала уны ҡуйҙырып, тағылма тағып, киске 10-да юлға сыҡтым.

 Бер ниндәй ҙә ҡыйыулыҡ күрмәйем, үҙемде әллә ни ҙур эш эшләгәнмен тип тә иҫәпләмәйем,- ти ҡыйыулығы менән генә түгел, баҫалҡылығы менән дә күптәрҙе хайран ҡалдырған гүзәл зат.

 Мораҡ менән Пенза араһы - мең саҡрымдан ашыу. Был  араны 14 сәғәттә үтә Айгөл, юлда туҡтап ярты сәғәт самаһы серем итергә лә өлгөрә. Шуныһын да һыҙыҡ өҫтөнә алмай булмай: руль артына ултырыуына 17 йыл булһа ла, быға тиклем тағылма тағып йөрөгәне булмаған. Пензала беҙҙең ир-егеттәр ике ерҙә урынлашҡан, аралары 40 минут самаһы. Тәүгеләренә әйберҙәрҙе ҡалдырғандан һуң, икенсе ергә китә. Унда барғас, бер егеткә яҡындары биреп ебәргән телефонды онотоп ҡалдырғанын иҫенә төшөрә һәм бында посылкаларҙы ҡалдырып, ҡабат беренсе отрядҡа китә.

 -Айгөлдөң яҡындарыбыҙҙан ярҙам алып килеүе беҙҙең өсөн шундай ҙур ҡыуаныс булды! Уның япа-яңғыҙ алыҫ юлды үтеүе беҙҙе шаҡ ҡатырҙы, тиһәм, яңылышмаҫмын, аптырашып, йүнләп рәхмәт әйтергә лә өлгөрмәй ҡалдыҡ, - тип яҙа Пензалағы бер яҡташыбыҙ.

 Шул уҡ көндө кире юлланған Айгөл ҡайтыр юлды саҡ ҡына оҙағыраҡ үтә, сөнки юлда туҡтап, 4 сәғәт серем итеп ала һәм нотбуктан төп эше буйынса отчет яҙып ебәреп өлгөрә.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас