+28 °С
Болотло


Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм ауыл эшсәндәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Педагогик хеҙмәт ветераны, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, гәзитебеҙҙең әүҙем ауыл хәбәрселәренең береһе Ирек ағай Ишмәтов “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Иек Рәхмәт улын юғары награда алыуы менән беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ.