

Йәнә бер төркөм хеҙмәт алдынғылары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Радик улы Әхмәтйәновҡа ҡул сәғәте, “Мораҙым” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Факил Фазулла улы Бикбаевҡа, Йомағужа ауыл биләмәһе башлығы Рәшит Сәйфетдин улы Сабитовҡа рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Дамир Таһир улы Айытов менән “Утар” йәмғиәте директоры Азамат Рәфҡәт улы Айытҡолов Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин ҡулынан БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың почет грамотаһын алды.