

Унда район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Ҡоролтай депутат Әлфәрис Байсурин, Нижегород өлкәһенең иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар министры Денис Исмәғилов, һәм, әлбиттә, район халҡы - ауыл биләмәләре хакимиәттәре, йәмәғәтселек вәкилдәре, хужалыҡтар, предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар етәкселәре, хеҙмәт коллективтары ҡатнашты.
Тантананы район мәҙәниәт һарайының ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр, ҡатнаш, балалар ансамблдәре, Мораҡ һәм Йомағужа балалар сәнғәт мәктәптәренең, ауыл мәҙәниәт йорттары һәүәҫкәрҙәренең сығыштарынан торған матур концерт биҙәне.