

- Мобилизацияланғандарҙы оҙатыр алдынан миңә үҙебеҙҙә эшләүсе ҡыҙҙарҙың береһе – Ләйсән Гловлюк бер егеттең ауыр тормош хәлендә ҡалыуын, алыҫ юлға йыйынырға мөмкинлеге булмауын әйтте. Шул мәлдә юлға сығырға тейеш, әммә йыйынырға мөмкинлеге лә, уны әҙерләшергә бер кеме лә булмаған егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында социаль селтәрҙәрҙә чат ойоштороп ебәрҙек һәм унда ярҙамға итергә теләге булғандарҙы, илдәге хәлгә битараф булмағандарҙы ҡушылырға өндәнек. Беҙ үҙебеҙ ҙә көтмәгәйнек, әммә беҙҙә шул тиклем ихлас, ярҙам итергә әҙер булған киң күңелле кешеләр йәшәй икән! Беҙҙең чатҡа бик күп кешеләр өҫтәлде һәм ярҙам итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе. Мохтаж булған егеттәрҙе әҙерләүҙән тыш, ҙур ғына сумма аҡса йыйылды. Шул саҡта егеттәр менән бәйләнешкә сығып, уларға нимә кәрәклеген асыҡлап, кәрәк әйберҙәр – ҡалаҡ-тәрилкәнән алып электр сәйнүктәре, ковриктарға тиклем һатып алдыҡ. Район хакимиәте бүлгән транспорт менән тәүге партияны ебәрҙек. Икенсе көнөнә район башлығы Марат Исҡужин менән тәүге көндә ала алмаған булмаған әйберҙәрҙе оҙаттыҡ. Күптәрҙе мобилизациялағас, һалдаттарға кәрәкле әйберҙәрҙе табыуы ауыр, күп нәмәләрҙең магазиндарҙа булмауы асыҡланды. Беҙ уларҙы үҙебеҙҙә генә түгел, күрше Ырымбур, Магнитогорск ҡалаларынан да барып алдыҡ. Әле был изге эш дауам итә. Егеттәр менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Әле улар итектәр, рюкзактар, медицина препараттары һоранылар. Өсөнсө гуманитар ярҙамды Айгөл Сафина исемле әүҙем яҡташыбыҙ үҙем алып барам тигән теләк белдерҙе. Әйберҙәребеҙ автомобилгә генә һыйманы, тағылма тағырға тура килде. Туғандары үҙҙәренең яҡындары өсөн посылкаларҙы ла күпләп алып килде, - тип һөйләне Юлиә.