- Был мөһим акцияны Рәшиҙә Солтанова етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы башлап ебәрҙе. Республика район-ҡалаларының һәр ҡатын-ҡыҙҙар советы яугирҙарыбыҙ өсөн йөндән йылы һәм термаль ойоҡбаштар, бирсәткәләр, башлыҡтар йыйырға тейеш. Йәшенә һәм мәшғүллегенә ҡарамаҫтан, районыбыҙҙа йәшәүселәрҙең барыһы ла был әһәмиәтле акция әүҙем ҡушылды. Беренселәрҙән булып ауыл биләмәләренең ҡатын-ҡыҙҙар советтары, акинәйҙәр йәмғиәте, ойошмалар, учреждениелар һәм ябай кешеләр ярҙам итте. "Уралҡай" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә йылы әйберҙәр йыйҙы, ә балаларҙың теләк һүҙҙәре яҙылған һүрәттәр төшөрөп һалыуы айырыуса һоҡландырҙы, -тип Лилиә Рафиҡова. Акция 6 октябргә тиклем дауам итә.