Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Октябрь 2022, 06:49

Намыҫлы хеҙмәт менән дан ҡаҙанған

Намыҫлы хеҙмәт менән хөрмәт ҡаҙанған Хоҙайбирҙин ауылы халыҡта район ҡапҡаһы тип йөрөтөлә. Шуғалырмы был төбәктә кешеләр ҙә икенсерәк – алсаҡ, ҡунаҡсыл, егәрле, бөтмөр. Кемеһен генә алһаң да, тырышып донъя көтә. Күркәм йорттар һалып, балалар үҫтереп, ябай ғына һөнәр эйәләре булғанда ла, тыуған еренә, халҡына тоғролоҡ һаҡлап, олоғайған көндәрендә лә ауылым тип янып йәшәйҙәр. Шундай дан ғаиләләрҙең береһе –Бикҡужиндар. Хәсбиямал инәй менән Миңлеғәле олатай икеһе лә оҙаҡ йылдар колхозда намыҫлы эшләгән алдынғы хеҙмәткәр була. Миңлеғәле олайтай сығышы менән ошо ауылдыҡы. Ҡайҙа тыуған – шунда береккән тип әйтеп була уның тураһында.

- Мәктәпте тамамлағас, 1965 йылдың март айында трактористар курсына уҡырға барҙым. 15 йәш ине миңә ул ваҡытта. Теүәл бер йыл тигәндә бөтөп ҡайттым, шул йылда уҡ яҙғы сәсеүгә сыҡтым. Шул көндән алып теп-теүәл 43 йыл колхозда эшләнем. Бер ергә лә йөрөмәнем, тыуған ауылымда, тыуған колхозда эшләнем. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, - ти Миңлеғәле Әхәт улы үҙенең хеҙмәт юлы тураһында бәйән итеп. Уның намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәтен етәкселек тә юғары баһалай: “Хеҙмәт Даны ордены” менән бүләкләнә, хеҙмәт ветераны булып хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Хәсбиямал инәй иһә күрше Көйөргәҙе районынан. Хоҙайбирҙин ауылына уҡырға килгәс, ошо колхозсы егет менән танышып, дуҫлашып китәләр. Егет, йәше етеп, әрмегә алына, ҡыҙ уны оҙатып, Стәрлетамаҡ ҡалаһына тегенселеккә уҡырға китә. Армиянан ҡайтҡас, көҙгә өйләнешеп тә ҡуялар. Өс балаға ғүмер биреп, матур тәрбиә бирәләр, уҡыталар, оло юлға баҫтыралар. Уландары ғына бынан ун йыл элек кенә яҡындарын ҡайғыға һалып мәрхүм була. Ҡыҙҙары Розалия менән Гүзәлиәнең дә үҙ ғаиләһе, матур, етеш тормош көтәләр, береһе ғаиләһе менән Ғафури районынды йәшәһә, икенсеһе – Стәрлетамаҡта тора. Ғүмере буйы ябай ғына ауыл хужалығы хеҙмәткәре булып та, ошо йәшәү рәүешен ауырһынмаған тоғро кешеләр була. Ауылда донъя көтөү еңел түгел. Хужалығың да, өйөң дә,балаларың да, эшең дә берҙәй иғтибар талап итә. Өй-эш тип сапҡан арала балаларҙы ла һөйөп өлгөрөргә кәрәк. Хәсбиямал инәй ҙә хәҙер үҙе аптырай: нисек өлгөрҙө икән барыһына?

Тулы мәҡәлә гәзиттә баҫыласаҡ.

Намыҫлы хеҙмәт менән дан ҡаҙанған
Намыҫлы хеҙмәт менән дан ҡаҙанған
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас