+28 °С
Болотло


"Йөрәк йылыһы" акцияһына Ялсы ауыл биләмәһе халҡы әүҙем ҡушылды. Һапаш ауылынан Иҫәнғолова Наилә Миңнулла ҡыҙы хәрби хеҙмәткә саҡырылған яҡташтарыбыҙға тип бер фляга бал тапшырған.
Ә әлеге ваҡытта Санкт- Петербург ҡалаһында эшләп йөрөүсе Үзбәкова Әлфира Фәрит ҡыҙы йылы кейем алырға тип 10 мең һум аҡса күсергән.
Шулай уҡ барлыҡ ауылдар халҡы йөн ойоҡтар, йылы шапкалар, башҡа кәрәк-яраҡтар алып килеүҙәрен дауам итә.